— Миңә 1996 йылда пай еренә хоҡуҡ танытмаһы бирҙеләр (5 гектар). Еремде алыр өсөн тәүҙә шәхси эшҡыуар булып теркәлергә кәрәк, тинеләр. Шулай итеп, крәҫтиән хужалығы етәксеһе булып киттем. Ерҙе иһә барыбер бирмәнеләр. Баҡһаң, Пенсия фондына 17 мең һум ҡулаҡса түләргә тейешмен. Үҙем күптән пенсияламын, ни өсөн ошо тиклем бурысым йыйылғаны аңлашылмай. Улай ғына ла түгел, түләмәһәм, мөлкәтте ошо иҫәпкә яҙасаҡтарын белдерҙеләр. Был саҡта ни эшләргә?
Д. ХӘСӘНОВ.
— Һеҙгә бәхәскә инмәйенсә генә Пенсия фондының районығыҙҙағы филиалына барырға, барлыҡҡа килгән бурысығыҙ тураһында белешергә кәрәк. Эш шунда: Пенсия фонды эшҡыуар булып теркәлгәндән һуң һеҙҙе биш көн эсендә үҙҙәрендә иҫәпкә алырға тейеш. Мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт теркәүе реестры бирә. Теркәлгәндән һуң шәхси эшҡыуарға, Пенсия фондында теркәлеү һанын күрһәтеп, белдереү ҡағыҙы ебәрелә.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе булып теркәлгәс, Пенсия фонды алдында яңы бурыстарығыҙ барлыҡҡа килгән. Пенсионер булыу-булмауығыҙ мөһим түгел. Иң мөһиме — һәр йылдың 1 мартына тиклем иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре тураһында мәғлүмәт еткерергә кәрәк. Әйткәндәй, 2013 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия фондына бирелмәгән отчеттар өсөн штраф системаһы ҡырҡа үҙгәрҙе. Әлегә тиклем штрафтың иң ҙуры отчет бирелмәгән ваҡыт арауығы 181 көнгә яҡынлашҡас ҡына һалынһа, 1 ғинуарҙан яза сараһы бер күләмдә юғары буласаҡ. Страховка иғәнәһе ваҡытында түләнмәһә, ул билдәләнгән күләмдең 5 процентын тәшкил итәсәк (өс ай отчет арауығы өсөн), ләкин һәр тулы һәм тулы булмаған ай өсөн 30 проценттан да ашмаҫҡа, бер мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Әгәр страховка иғәнәһе түләүсе теге йәки был банкта иҫәп асыуы йәки ябыуы тураһында контролләүсе органдарға хәбәр итмәһә, уға 5 мең һум күләмендә штраф һалына (элек бындай түләүҙәр бөтөнләй юҡ ине).
P.S. Рабочие перчатки в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!