Онотолһа ла, эйәһеҙ түгел11.01.2013
— 1994 йылда баҡса өсөн 10 сутый ер бүленгәйне, уға таныҡлыҡ алдым. Бергә эшләгән күптәр ошо рәүешле баҡсалы булды. Ләкин унда бер ни төҙөй алманым, һуңғы йылдарҙа бөтөнләй эшкәртмәнем. Ирем: “Хәҙер ул ерҙәрҙе һатҡандар, таныҡлығың яраҡһыҙ”, — ти...
А. ВӘЛИЕВА.


— Милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ, ниндәй йылда бирелеүенә ҡарамаҫтан, ғәмәлдән сыҡмай. Хатта һеҙ бер нисә йыл баҡсағыҙҙа булмаһағыҙ ҙа, береһе-бер мөлкәтегеҙҙе үҙ белдеге менән файҙалана алмай. Суд ҡарарынан тыш, кемдер унда ниҙер төҙөһә йәки файҙаланһа, шәхси милкегеҙгә ҡул һуҙған булып сыға. Әгәр документығыҙ бар икән, хоҡуғығыҙҙы судта еңел генә иҫбатлай алаһығыҙ.


Вернуться назад