Умартасылыҡ серҙәре. 29-сы дәрес21.11.2012
Умартағыҙ ҡышҡа әҙерме?

Боронғолар “йыл ҡартая” тип әйткән, йәғни йәй йәй кеүек булмаҫ, ҡыш — ҡыш һымаҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдар шул ата-бабаларҙың фаразына тура килә түгелме? Нисек кенә булмаһын, умартасылар өсөн йыл һайын умарта күстәрен ҡышҡа яҡшылап әҙерләү бурысы ҙур яуаплылыҡ булып тора. Көсһөҙҙәрҙе көслө ғаиләгә ҡушырға кәрәк. Шулай итмәһәң, улар ҡыш үлеүгә дусар була. Сибек ғаиләне ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға булһағыҙ, ҡышлау урынында өҫкө кәштәләргә, йылы урынға урынлаштырыу хәйерле. Насар инә ҡорттарҙы (ауырыу, ҡарт), шулай уҡ аталанмаған инә ҡорттарҙы юҡ итәләр һәм уларҙы нуклеустарҙан — бәләкәй запас ғаиләләрҙән (әгәр улар булһа) йәш үрсемле инә ҡорттар менән алмаштыралар.
Бер корпуслы ун ике рамлы умартала ояны ҡышҡылыҡҡа, кәрәҙҙәре менән һигеҙ-ун рам ҡалдырып кәметәләр, ә ҡалғандарын (ике-дүрт рамды) алалар. Һигеҙ-туғыҙ рам менән улар яҡшы ҡышлай. Оя ситенә, иң аҙаҡҡы рам эргәһенә бүлгес таҡта ҡуйырға кәрәк һәм ситенә ян-яҡҡа йылытыусы мендәр, ә һуңынан тағы бер мендәрҙе киндер өҫтөнән һалыу мотлаҡ. Күп корпуслы америка умарталарында көслө ғаиләне ҡышлатыуға ике корпуста ҡалдыралар (юғары, 2-се корпуста баллы рамдар урынлаштырһағыҙ), ә көсһөҙ күстәр баллы ун рамда бер корпуста ҡыш сыға.
Ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа тулы ҡиммәтле, сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү бик мөһим. Уларға рамына йәки йәнәш кәрәҙҙәр, рамдар араһына кәмендә 2 килограмм иҫәбенән иң яҡшы сәскә балын ҡалдыралар, балдың рамда күберәк булыуы ла мөмкин, әгәр 2–2,5 килограмм һыйҙырыусы баллы кәрәҙҙәр юҡ йәки етмәй икән, ояны 1,5–3-3,5 килограмм балы булған кәрәҙҙәрҙе сиратлаштырып та төҙөргә була. Ул саҡта йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы буш урындарға, бал ҡорттары урынлашҡан ергә яҡынса 2-шәр килограмм аҙыҡ тура киләсәк. Ояның үҙәгенә 5–6 килограмм балы булған тулы рамдарҙы ҡуйырға ярамай, сөнки ҡыш ҡорттарҙың күбеһе ошо урынға йыйылып, түбәнге өлөштә булғандарының һалҡындан өшөп һәм сәңгеп һәләк булыуы мөмкин. Һәр ғаиләгә ҡышҡылыҡҡа бөтәһе 25–28 килограмм аҙыҡ кәрәк: 15–18 килограмм ояла була, 10–12 килограмм келәттә һаҡлана, ул, ҡышлап сыҡҡас, ҡорттарға яҙғы үҫеш өсөн бирелә.
Әгәр ҡорттарҙы ҡышлатыуға ҡалдырған бал сифатһыҙ булһа, тиҙ ҡомоҡһа, шәкәрләнһә, япраҡ балы, рәшә балы осраһа, уларҙы сәскә балы менән алыштыралар йәки өҫтәмә рәүештә шәкәр шәрбәте бирәләр. Балдың сифатын белер өсөн анализға яҡындағы ветеринария лабораторияһына ебәрәләр. Сиропҡа ҡушып антибиотик та бирергә була. Мәҫәлән, киң таралған көслө ауырыу, эзбизлы үрсем аскосферозға ҡаршы аскоцин препаратын ҡулланалар. Ул умартасылыҡ келәттәрендә, магазиндарында була. Шәкәр шәрбәтен (2:1 нисбәтендә йылы һыу менән шәкәрҙән эшләнә) август аҙағында бирергә кәрәк. Был эште 5–10 сентябрҙән дә һуңлатырға ярамай, сөнки ул бал ҡорто ғаиләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.
Умарталарға сысҡандарҙың үтеп инеүенә юл ҡуймау маҡсаты менән кейәләргә селтәрле тимер япма ҡуялар. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙалары менән алмаштырыу мотлаҡ. Умартаның өҫтөнән, сысҡан үтмәҫлек итеп, вентиляция селтәре ябалар.
Әгәр ҡорттар кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән ныҡ һылаһа, был күренеш ҡаты һыуыҡлы һәм оҙайлы ҡыш килеүе тураһында һөйләй.
Һәүәҫкәр башлаусы умартасыларға ошоно иҫтә тоторға кәрәк: киләһе йылда күп бал һәм умартасылыҡтың башҡа продукцияларын мул алыу ҡышлатыуға ҡорт күстәрен ни тиклем үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ әҙерләүгә бәйләнгән. Нисек яҡшы әҙерләнһәгеҙ, шул тиклем ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшәсәкһегеҙ.

Һеҙ быны беләһегеҙме?..

Иң күп балды Алыҫ Көнсығышта һәм Себерҙә йыялар. Шундай осраҡ та мәғлүм: йүкә сәскә атҡан осорҙа Алыҫ Көнсығышта үлсәүгә ҡуйылған умартанан көнөнә 30–33 килограмм артым бал алалар. Айырым ғаиләләр Себер шарттарында миҙгелгә 420-шәр, ә Алыҫ Көнсығышта 330–340-ар килограмм тулайым бал йыя.
Бер бал ҡорто ғаиләһе балының уртаса сығышы 15–20 килограмм тәшкил итә. Ә Красноярск крайы Боготольск районының “За коммунизм” колхозы умартасыһы Алексей Демко 70-се йылдарҙа (әле ул мәрхүм) 160 ғаиләнән торған умарталыҡтың һәр береһенән уртаса 180-шәр килограмм бал алған. Бындай рекордлы бал йыйыуға илдең, шулай уҡ Башҡортостандың бер умартасыһы ла өлгәшкәне юҡ әле. Ошо күрһәткестәре өсөн берҙән-бер умартасы тәүге тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара


Вернуться назад