Умартасылыҡ серҙәре. 28-се дәрес07.11.2012
Бал айыртыу

Балды айыртҡан саҡта ветеринар-санитар ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәк. Ҡулды йыуыу, аҡ халат кейеү талап ителә. Бина таҙа булырға, унда сит еҫтәр аңҡымаҫҡа тейеш.

Бал ҡыуғысты 25 — 35 сантиметр бейеклектәге ныҡлы төпкә — асамайға ултырталар (был һеҙҙең үҙегеҙҙең буйға бәйле), уның һабын кешенең терһәге менән бер кимәлдә ҡуйырға кәрәк. Бал ҡыуғыстың аҫтындағы һемәктән ағыҙыу өсөн биҙрә йәки бидон ҡуйырлыҡ урын булырға тейеш. Һемәккә селтәр (фильтр) эләләр, ул аҡҡан балды һөҙә. Ҡыуғыс эргәһенә баллы көпләнгән кәрәҙҙәрҙе (көбөн) асыу өсөн өҫтәл, шулай уҡ бысаҡты йылытыу өсөн ҡайнар һыу ҡойолған һауыт ултырталар.
Кәрәҙҙәрҙән балды алыу эшен башҡарыу өсөн ике кеше кәрәк, берәү кәрәҙҙәрҙең мисәтен ҡырҡып аса, ә икенсеһе балды айырта һәм уны һауытҡа ҡоя.
Умарталарҙан алынған бал 30 – 32 градус температурала була. Йылы парлы бал аҙыраҡ йәбешеүсән, тиҙ һәм яҡшы айыртыла, сөнки күҙәнәктәрҙән еңел ағып сыға. Әгәр ҙә бинала йылылыҡ 25 градустан юғарыраҡ булһа, балды икенсе көндә иртән айыртып алырға ла мөмкин. Әгәр ҙә бал ваҡытында айыртып алынмаһа, һыуынған кәрәҙҙәрҙе 8–10 сәғәт буйына 25–30 градусҡа тиклем йылытылған бинала епшетәләр.
Балауыҙлы көптәрҙе асҡан саҡта рамды өҫтәлгә вертикаль килеш ҡуялар. Кәрәҙҙең өҫтөн умартасының кәкре һаплы махсус бысағы менән ҡырҡалар. Бысаҡ эҫе һыуҙа йылытылырға тейеш. Кәрәҙҙәрҙең көбөн асыу өсөн сәнске ҡулланырға ла мөмкин (ул умартасылыҡ магазиндарында осрай). Ике бысаҡ ҡулланһаң, эш йылдамыраҡ барасаҡ: берәүһе менән эшләгән арала икенсеһе йылынып тора. Кәрәҙҙең көптәрен асҡанда бер үк ваҡытта тигеҙләп тә ҡуйырға кәрәк, уларҙың өҫтөндә бөтә ҡалҡып торған урындар, йыуанайған ерҙәр, рамдың ситендә өрөлгән оролар ҡырҡып ташлана.
Ике яғы ла асылған рамдарҙы бал айыртҡыстың барабанына ҡуялар, уларҙы тимер селтәрҙәргә мөмкин тиклем тығыҙ итеп урынлаштырыу хәйерле. Рамдарҙың аҫҡы планкаларын кассетаның әйләнеше йүнәлешендә урынлаштыралар. Ҡаршылағы кассеталарға бер үк ауырлыҡтағы рамдарҙы ҡуйырға тырышығыҙ, юҡһа, бал айыртҡыс болғанып, ышаныслы эшләмәйәсәк.
Яңынан төҙөлгән һәм бал тулған кәрәҙҙәрҙе айыртҡан саҡта, һынмаһын өсөн, кассеталарҙы аҡрын ғына өйөрөлтөп, уның бер яғының яртыһын ғына айырталар ҙа унан рамдың икенсе яғын әйләндереп ҡуялар. Һуңынан кәрәҙҙәрҙе яңынан әйләндереп, тәүге яҡтың балын аҙағынаса тиклем айыртып алалар. Барабандың хәрәкәте тигеҙ булырға тейеш: тәүҙә аҡрын ғына өйөрөлтөп башлайһың да унан тотҡаны яйлап ҡына 70–80 әйләнешкә тиклем еткерәһең. Бындай тиҙлектә барабан 250-гә тиклем әйләнеш яһай. Бал тулыһынса сығып бөтһөн өсөн етерлек әйләнеш ул. Бал айыртҡыс корпусының кәрәҙ ҡарап торған яҡ стенаһына һирпелә. Ҙур тиҙлектә әйләндерһәң, күҙәнәктәрҙең төбө тишелергә, кәрәҙҙәр ысҡынырға һәм емерелергә мөмкин.
Бал йыйыу яҡшы булған саҡта рамдарҙың көбөн асыуҙы һәм балды айыртыуҙы асыҡ һауала үткәрергә мөмкин — бал һуты йыйыу менән мауыҡҡан ҡорттар бында осоп килмәй. Ә йыйым бөткәс, бал йыймай торған осорҙа һәм һалҡынсараҡ көндә был эште ҡорттар осоп килә алмаҫлыҡ ябыҡ бинала башҡаралар.
Эш тамамланғас, бал айыртҡысты һүтәләр, йыуалар, ҡояшта киптерәләр йәки ентекләп һөртәләр. Өлөштәре тутыҡмаһын өсөн үҫемлек майы һеңдерелгән таҙа сепрәк менән еңелсә һөртөп сығырға кәрәк, ә унан һуң япма ябып, ҡоро урында һаҡлайҙар.
Кәрәҙҙәрҙән айыртып алынған балды эмалле бакка йәки һөт феләгенә, бидонға һалалар һәм уға 2–3 көн тоноп ултырыу мөмкинлеге бирәләр. Бер нисә көн үтеүгә бөтә балауыҙ валсыҡтары, сүп-сар һәм балға эләккән ҡорттар өҫкә ҡалҡып сығасаҡ — уларҙы, шулай уҡ барлыҡҡа килгән күперекте ҡалаҡ менән алып ташлағыҙ. Күперекте йыйып алғас, таҙа балды вағыраҡ быяла йәки эмалле һауыттарға тултыралар.
Балды айыртып алғандан һуң кәрәҙҙәрҙе киптереү өсөн ҡорттарға бирәләр. Әгәр ҙә ҡорттарығыҙҙың ҡурҡыныслы сире булмаһа, кәрәҙҙәрҙе ялау өсөн теләһә ниндәй ғаиләгә бирергә мөмкин. Ә таҙа ғаиләләр юҡ икән, кәрәҙҙәр элекке умарталарына кире ҡайтарылырға тейеш. Ауырыу ғаилә балын айырым, бары тик һау ғаиләләрҙең балын алғандан һуң ғына, айырталар. 2–3 көндән һуң ҡорттар айыртылған рамдарҙы киптереп ҡуя, шунан уларҙы һаҡлауға һалырға мөмкин.

Һеҙ быны беләһегеҙме?

Иң күп балды Алыҫ Көнсығышта һәм Себерҙә йыялар. Шундай осраҡ та мәғлүм: йүкә сәскә атҡан осорҙа Алыҫ Көнсығышта үлсәүгә ҡуйылған умартанан көнөнә 30–33 килограмм артым алалар. Айырым ғаиләләр Себер шарттарында миҙгеленә 420-шәр, ә Алыҫ Көнсығышта 330–340-ар килограмм тулайым бал йыя.
Бер бал ҡорто ғаиләһе балының уртаса сығышы 15–20 килограмм тәшкил итә. Ә Красноярск крайы Боготольск районының “За коммунизм” колхозы умартасыһы Алексей Демко 1970-се йылдарҙа (әле ул мәрхүм) 160 ғаиләнән торған умарталыҡтың һәр береһенән уртаса 180-шәр килограмм бал алған. Бындай рекордлы бал йыйыуға илдең, шулай уҡ Башҡортостандың бер умартасыһы ла ирешкәне юҡ әле. Ошо күрһәткестәре өсөн берҙән-бер умартасы тәүге тапҡыр “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.


Вернуться назад