Ашлаһаң, уңышы оҙаҡ көттөрмәй30.10.2012
Байтаҡ баҡсасынан емеш ағастарының уңыш бирмәүенә, тәүҙә емеше булып, һуңынан ҡойолоп бөтөүенә зарланыуын ишеткән бар. Алма өлгөргән осорҙа күршем ингәйне. “Ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, ер тулы алма”, — ти был. Мал-тыуары булмауына зарланып алды. Баҡһаң, ҡойолған емештәрҙе ырғыта икән. Ә мин улай эшләмәйем. Хәйер, әллә ни ҡойолоп та бармай инде алма. Бер аҙ тәжрибәм менән уртаҡлашмаҡсымын.

Бөтәһенә лә билдәле: ағас артыҡ уңышын ғына ҡоя. Йәғни көсө еткәнде алып ҡала. Шуның өсөн мин емеш биреүсе ағастарҙы миҙгеленә ике тапҡыр ашлап торам. Сәскә атҡан сағында олон тирәләй канау ҡаҙып сығам. Был саҡта һаҡ булырға кәрәк — тамырҙарға зыян килмәһен. Һуңынан 25 градус йылылыҡтағы һыуҙы өс-биш биҙрә иҫәбенән ҡоям. Ләкин ҡоро һыу түгел, уға тиклем ҡош тиҙәген 1:1 нисбәтенән пластмасса һауыттарҙа, мискәлә 8–10 көн буйы әсетәм. Мискәнең өҫтөн ябырға кәрәк. Тәғәйен ваҡыт үтеп, шыйыҡса әсегәс, 1:15 иҫәбенә алдан ҡаҙылған канауға бишәр биҙрә һибәм. Был инде бер биҙрә әсетелгән шыйыҡсаға 15 биҙрә һыу тигән һүҙ. Өс ағасҡа етерлек була. Ошондай уҡ эште емеш уртаса өлгөргән осорҙа ла атҡарам.
Минең баҡсала өс төп кенә алмағас үҫә — спартак, аҡ налив, антоновка. Шулар ҡайнатмаға ла, ашарға ла, компотына ла емешен еткерә. Шуныһын да әйтеү мөһим: бына 15 йыл инде өҙлөкһөҙ уңыш алам. Ошо ваҡыт эсендә бер ҡасан да минераль ашлама индергән юҡ. Ҡош тиҙәгенән тыш, йыл һайын компост яһайым. Компосты теләһә ниндәй һауытта эшләп була. Ләкин 1,5х1,5х1 иҫәбенән соҡолған соҡорҙо ҡулай күрәм. Ошонда үлән ҡалдыҡтарын турап һалам, япраҡ, башҡа серей торған сүптәрҙе ырғытам, йыуынты һыу һибәм. Тиҙ өлгөрһөн өсөн өҫтөн ҡалай менән ябам.
Өс йылға бер тапҡыр баҡсала көрәк тәрәнлектә ерҙе ҡаҙып сығам. Тамырҙарға яҡын урында ярты “штык” канау йырам. Ошонда ҡойолған ағас япраҡтарын һалам, уны яңы ғына алынған ер менән күмәм. Өс сутый майҙанға 80 тоҡлап япраҡ китә. Ныҡлап өлгөргән тиреҫ һалып, баҡсаны ҡаҙып, тупраҡ ҡатламын әйләндереп сыҡһаң да була.
Йылдар үткән һайын тупраҡтың уңышлы ҡатламы арта. Тимәк, файҙалы селәүсендәр ҙә күбәйә. Улар булған ерҙә тупраҡ ҡатламына һыу яҡшы һеңә, ер өҫтө тын ала, йәғни баҡсаның уңыш биреү һәләте арта.
А. ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад