Икенсе икмәк30.10.2012
Шулай тип атайбыҙ картуфты. Был юҡҡа түгел, сөнки ошо тамыраҙыҡһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, кешелек өсөн яңы аҙыҡ (бер нисә быуат тарих өсөн — һыу тамсыһы һымаҡ ҡына) күпме генә ваҡыт эсендә бар донъяны яулап алды. Әҙәм балаһы уны ҡулланыу ғына түгел, үҫтерергә өйрәнде, хатта үҙе йәшәгән төбәккә, климатҡа яраҡлаштырып яңынан-яңы сорттар ҙа уйлап сығарҙы, бының өҫтөндә селекционер ғалимдарыбыҙ һаман эшләй. Шулай итеп, ҡасандыр Көньяҡ һәм Урта Америкала ҡырағай рәүештә үҫкән картуф бар ҡитғаларҙы яулап алды.

Гәзит уҡыусыларҙың һорауына яуап итеп, бөгөнгө сығарылыштан башлап картуф тураһында мәғлүмәттәр баҫтырасаҡбыҙ. Бөгөн иһә уның аҙыҡ булараҡ әһәмиәте тураһында яҙмаҡсыбыҙ.
Бер танышым: “Бөтә тәмле нәмә лә биҙҙерә, икмәк менән картуф ҡына биҙҙермәй”, — тигәйне. Хаҡ һүҙҙәр. Картуфтың тәме, файҙаһы нимәнән ғибәрәт һуң? Ябай ғына әйткәндә, организм өсөн кәрәкле бөтә төр матдә булғаны өсөн, тиһәң дә була. Шуны билдәләргә кәрәк: был матдәләр айырым-айырым түгел, ә комплекслы. Унда крахмал, аҡһым, аҡһымһыҙ азотин кислоталар, органик кислоталар, шәкәр, төрлө минераль матдәләр бик күп. Картуф уртаса 25 процент ҡоро матдәнән, 75 процент һыуҙан тора.
Крахмал — мөһим углевод, ул картуфтың калориялылығын, ярмаланыуын, аҙыҡ булараҡ ҡиммәтлелеген билдәләй. Сортына ҡарап, тамыраҙыҡтың ҡоро матдәһенең 8 – 20 процентын крахмал алып тора. Унда 50 – 100 мг процент фосфор, аҙыраҡ ҡына май, башҡа матдәләрҙең ҡушымтаһы бар. Картуфтың уртаса ҙурлығында эреләренә ҡарағанда витаминдар, шул иҫәптән, крахмал да күберәк. Иртә өлгөрә торған сорттарҙа, уртаса һәм һуңғыларына ҡарағанда, крахмал аҙыраҡ була.
Аҡһым иһә биологик ҡиммәте менән айырыла. Унда бөтә алыштырғыһыҙ аминокислоталар инә. Был йәһәттән составы буйынса тауыҡ йомортҡаһына яҡын тора. Шуға ла, сағыштырмаса аҙыраҡ булһа ла, картуфтың аҡһымы мөһим урын алып тора. Хатта Көнбайыш Европа, Төньяҡ Американың үҫешкән илдәрендә лә халыҡтың төп аҙығы картуф булып, организмды аҡһым менән туҡландырыусы ризыҡ иҫәпләнә. Бешерелгәндән тыш, был илдәрҙә ул эшкәртелгән (чипсы) килеш тә киң ҡулланыла. Мәҫәлән, 4 килограмм картуфта кеше өсөн тәүлегенә кәрәк булған (60 г) аҡһым иҫәпләнә. Ошо 60 грамдың яртыһын Рәсәй халҡы картуфтан ала. Ҡалған өлөшө ит, балыҡ, йомортҡа һымаҡ ризыҡтарға төшә. Организм өсөн кәрәк булған аҡһымһыҙ азот ҡатнашмаларының яртыһын кеше картуфтан ала. Тамыраҙыҡта 20 төрлө аминокислота иҫәпләнә.
Шәкәр картуфта глюкоза, фруктоза, сахароза формаһында була. Уларҙың составы, күләме тамыраҙыҡтың сортына бәйле. Шулай уҡ организм өсөн бик кәрәкле майҙар ҙа бар. Улар сей картуфта 0,1–0,15 процент тәшкил итә.
Органик кислоталарға килгәндә, төп өлөшө лимон, изолимон, алма, ҡуҙғалаҡ, пировиноград кислоталарынан һәм башҡа ҡатнашмаларҙан тора.
Минераль матдәләрҙе атаһаҡ, башҡа йәшелсәләргә ҡарағанда картуфта калий күберәк (бүтәндәрҙә – фосфор). Шулай уҡ магний, кальций, хлор, тимер, баҡыр элементтары бар.

Ҡышын С витаминын кеше күпселектә картуфтан ала. Яңы ғына ҡаҙылған тамыраҙыҡта 25–35 мг аскорбин кислотаһы була. Ә ҡыш һаҡлағанда (октябрь – май), ул ике-өс тапҡырға кәмей. Картуфты әрсеп ҡайнатҡанда 25 процентҡа саҡлы С витамины юҡҡа сыҡһа, ҡабығы менән бешергәндә — 20 процент.
С витамины кешегә тәүлегенә яҡынса 50 мг кәрәк. Шуға ла ҡышын көнөнә 400–450 г ҡайнатып бешерелгән йәки ҡыҙҙырылған картуф ашарға тәҡдим ителә. В1, В2, В6, РР витаминдары һәм пантотен кислоталары картуфта кәбеҫтә, кишер, ҡыяр, алмаға ҡарағанда күберәк.
Тамыраҙыҡта шулай уҡ ике төрлө алкалоид — соланин һәм чаконин бар. Бигерәк тә улар йәштәрендә күп, ваҡыт үтеү менән яйлап кәмей баралар. Кеше организмы өсөн мөһим булған алкалоидтар ҡабығында күберәк. Ҡайнатҡан саҡта (әрсеп) тамыраҙыҡтағы соланин 80 процентҡаса кәмей.


Вернуться назад