Япон айваһы, барбарис, һары, ҡара ҡурай еләге, виноград, бөҙрә тал, күк шыршылар... Ожмах баҡсаһымы ни! Ғәлиә Муллайән ҡыҙы үҙ биләмәһенә сәйәхәт ҡылырға саҡырҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ниндәй шәп шөғөл менән ваҡыт уҙғара икән. Әммә баҡса эше, емеш-еләк үҫтереү өсөн белем дә кәрәк.
Ғәлиә менән Әлфис Мөғәллимовтар, Борай районының Борай ауылында 40 йылға яҡын мәктәптә эшләп, балаларға биология фәненән белем бирә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Ғәлиә Муллайән ҡыҙы, бынан ете йыл элек ауыл ситендәге ташландыҡ майҙанды ҡуртымға алып, “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға батырсылыҡ итә. Питомникта 60 төр алмағас, ун төр груша, өс төр ҡарағат, слива, миләш, төрлө төҫтәге сирен, ҡурай еләге, абрикос, слива, сейә һәм декоратив үҫентеләр үрсетеп һата.
— Әлфис ағайығыҙ менән ҡара яҙҙан тейендәй өйөрөләбеҙ. Шөкөр, балалар ҙа ярҙам итә. Тәрбиәләһәң, ергә эйелергә иренмәһәң, мул уңыш алып була. Хәҙер баҡсасылыҡ буйынса китаптар ҙа етерлек. Уҡыйбыҙ, кәңәш-төңәш итешәбеҙ, күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашып, тәжрибә туплайбыҙ, — ти уңған баҡсасы.
Г. СӘЛИХОВА.
Борай районы.