Беҙҙең ауыл менән Өфө араһында 120-се маршрут автобусы йөрөй. Ҡышын һирәк булһа ла, йәйен 15–20 минут һайын ҡала халҡын коллектив баҡсаларға ташый. Яратам был маршрутты. Эшкә барып ҡайтҡан өсөн түгел, ә гелән эргәңдә әңгәмәләшселәрең булғанға. Сер түгел, йәштәр йөрөмәй баҡсаға. Ғәҙәттә, автобуста 60-тан үткән әбей, бабайҙар, ағай, апайҙар була. Бөтәһе лә – тәжрибәле баҡсасы.
Берәйһенән ҡыҙыҡ өсөн генә йәшелсә, еләк-емеш тураһында кәңәш һора — Өфөгә тиклемге 40 саҡрым ара һиҙелмәй ҙә ҡала: кәңәшен дә бирәләр, бер-береһен бүлдереп, яңы сорттар тураһында ла һөйләйҙәр, тәжрибәләре менән дә уртаҡлашалар. Эргәгә килеп ултырған бер апайҙың сетка тулы һуғандарын күреп: “Һуғанығыҙ күптер, бына мин бер нисек тә ғаиләле сортлы һуған үҫтерә алмайым — ваҡ була”, — тип кенә әйтеп өлгөрҙөм, ҡатын шунда уҡ һүҙгә лә керешеп китте.
“Ғаиләле сорт” тип, бер төптә ғаилә һымаҡ, 5 – 6 баш һуған үҫкән сортты йөрөтәләр халыҡ телендә. Урыҫса “семейный” тиҙәр. Вағыраҡ булһа ла, берҙән, бер төптә әллә нисәмә була, икенсенән, тәме әскелтем, уның ҡарауы, сереп, ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ҡышын яҡшы һаҡлана. Ҡыҫҡаһы, һүҙҙе эргәләге Әлфиә апайға бирәйек.
— Һатырға алып китеп барам, — тип башланы һүҙен әңгәмәсем. — Ҡайһы саҡта үҫтереүе һатҡанға ҡарағанда еңелерәк. Ошо төр һуған менән шөғөлләнә башлауыма байтаҡ ваҡыт инде. Хәл былай булды. Был һуғанды танышым биргәйне. Бер-ике түтәл ултыртҡас, артып ҡалды. Тоттом да бушыраҡ урынға — ҡарағат төптәренә, башҡа ергә төртөп сыҡтым. Ышанаһыңмы, ҡотороп үҫте. Күрше-күләнгә, нәҫел-ырыуға тараттым. Ҡайһыһы рәхмәт әйтте, ҡайһыһы аҡса бирҙе. Тағы ла артып ҡалғас, баҙарға киттем. Психологик ҡаршылыҡтарҙы еңергә тырышам. Юл өҫтөндәге “39-сы километр” тигән баҙарҙа таныштар күп, күбеһе баҡсасылар. Үҙемде үҙем: “Урлап алмағанмын әле, тәрбиәләп үҫтергән һуғаным”, — тип йыуатам. Икеләнеү, оялыу тойғоһо тәүге килограмды һатҡансы ғына булған икән. Һуңынан бөтөнләй бөттө. Шунан һуң, пенсиям да күп түгел бит.
Тәүҙә артығын һаттым. Һуңынан инде был төр һуғанды һатыр өсөн махсус үҫтерә башланым. Хәҙер, ете йыллыҡ тәжрибәм булғанда, шуны ныҡлы әйтә алам: иң үткән тауар — салат үләндәре, әнис, петрушка, йәшел һуған (ҡыяғы өсөн), редиска. Иртә өлгөрә торған һуғанды былай үҫтерәм: октябрь урталарында ваҡ ғаилә һуғанын түтәлгә ултыртам, һалҡын көндәр башланыр алдынан уны торф, тиреҫ, һалам менән ныҡлап ҡаплайым. Апрелдә, ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлағас, ҡарҙы көрәйем дә түтәл өҫтөн пленка, төнгөлөккә өҫтәмә сепрәк, иҫке юрған менән ябам. Ай ярым тигәндә (20–30 май) йәшел һуғанды баҙарға алып сыҡһаң да була.
Редисканы тәүге тапҡыр апрелдә сәсәбеҙ. Сәсеүҙе тупраҡ өҫтө 5 – 7 сантиметрға ирегәс башҡарабыҙ. Тағы шуны әйтергә кәрәк: баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәс, кәбеҫтә, помидор үҫентеләре һатыу ваҡытын ысҡындырырға ярамай. Беҙ кәбеҫтәне апрель аҙағында тура түтәлгә сәсәбеҙ. Пленка менән ҡаплайбыҙ. Үҫентеләр шытып сыҡҡас, талдан йәки тимер сымдан дуғалар яһап, пленканы өҫкә күтәрәбеҙ. Тәүге ысын япраҡтары күренгәс һирәкләйбеҙ. Араларына торф, тиреҫ, ҡара тупраҡ һалып сығабыҙ. Түтәлдә үҫкән үҫентеләр ныҡлы, сыныҡҡан була. Теплицалағыға ҡарағанда, бындайҙарҙы кешеләр теләп ала.
Тауарың тиҙ үтһен өсөн ул иң тәүге сиратта яҡшы сифатлы булырға тейеш. Һатып алыусыны һис алдамайым, киреһенсә, ыңғайына ҡуям. Шуға ла улар үҙҙәре генә алмай, таныш-белешен дә килтерә.
Иребеҙ менән икебеҙгә 140 йәш тигәндәй. Ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ — яратҡан, табыш килтергән шөғөлөбөҙ бар. Кәңәшем шул: хәйер һорашҡан һымаҡ бурысҡа аҡса эҙләп йөрөгәнсе, үҙең үҫтергәнде һатыу яҡшыраҡ.
Т. МУСИН яҙып алды.