Умартасылыҡ серҙәре. 27-се дәрес27.10.2012
Умартасылыҡ серҙәре. 27-се дәресҠорттарҙы кейә аша урынлаштырыу

Кисен рамдар менән тултырылған умартаны яңы урында ҡаҙыҡтарға (ҡалҡытмаға) йәки әҙерләнгән төптәргә ултырталар. Умарта алдына ҡатырға, полиэтилен йәки туҡыма йәйергә кәрәк, осоп килеп ултырыу таҡтаһына баҫма (фанера йәки таҡта) ҡуялар, моҙғанан ҡорттарҙы япмаға түгәләр. Ә улар күпләп, ағым булып, умартаның асыҡ ҡуйылған кейәһенә йүнәлә. “Аптырап” ҡалған ҡорттарҙы төтөн менән ҡыуалар.

Ҡорттарҙы ояның өҫтө аша ябыу

Көн һалҡынса булғанда, рамға йәбештерелгән яһалма балауыҙ нығыраҡ саҡта, ҡорттарҙы ояның өҫтө аша урынлаштырырға кәрәк.
Әҙерләнгән умартаға буш магазин йәки корпус өҫтәп ҡуялар ҙа ҡорттарҙы моҙғанан рамдарға түгәләр. Бөтөн ҡорттар ҙа ояға ингәс, рамдарға киндер һалып, умартаны ҡапҡасы менән ябып, кейәне асалар. Әгәр ҙә күс ҙур булмаһа, ояның эсенә сит яҡтан йылытҡыс (яҫтыҡ) ҡуйыу мотлаҡ.
Бер көндән һуң йәки икенсе көндө ояны күҙәтергә кәрәк. Рамдарҙағы яһалма балауыҙҙың өҙөлөү-өҙөлмәүен асыҡлағыҙ. Һалынып, ҡайырылып төшкән балауыҙ булһа, уларҙы яһалма балауыҙлы яңы рамдар менән алыштырырға кәрәк.

Күс сығарып ебәргән ғаиләгә тәрбиә

Күс сығып киткән ғаиләлә, ғәҙәттә, бик күп ҡорт инәһе оялары ҡала. Уларҙы шул көндә үк ҡырҡып ташлайҙар, тик иң эре, иң етешкән берәүһен генә ҡалдыралар. Йәш умартасылар йыш ҡына бер хата яһай: бөтөн инә көбөләрен ҡырҡып ташлайҙар. Бының менән ғаиләне инә ҡортһоҙ ҡалдырыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуялар. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡарт инә ҡорт тәүге күс менән умартаны ташлап киткәндә (1–2 көн) йәш инә ҡорт әле үҙ ояһында ҡала, йәғни тыумаған була. Әгәр ҙә инә көбөләрен алып ташламаһаң, ғаилә тағы ла бер нисә күс сығарыуы ихтимал. Йәш инә ҡорт сыҡҡандан һуң уның аталаныуын, йомортҡалар һала башлауын күҙәтеп торорға кәрәк. Йәш инә ҡорт тәүге танышыу, таҙарыныу осошо яһағанда ҡайһы саҡта юғала, шундай осраҡта ғаиләгә запас инә ҡорт оялары йәки үрсеме, аталанған инә ҡорт бирәләр. Күс айырылып сығып китеп 2–3 аҙна үткәс, төп ҡорт ғаиләһен тикшерәләр, йәш инә ҡорт аталанғанмы-юҡмы икәнлекте асыҡлайҙар. Әгәр яңы йомортҡалар һалынған икән, был йәш инә ҡорттоң аталаныуын аңлата.

Быны беләһегеҙме?..

... Лев Толстойҙы ҡорт менән шөғөлләнеү бик мауыҡтыра, яҙыусы уларҙың тормош рәүешен яҡшы өйрәнә. Күс айырыу осоронда ул өйҙән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта ятҡан умарталыҡтан тәүлектәр буйы ҡайтып инмәй, шунда йәшәй, төшкө ашты ла уға ҡатыны ташый. Л. Толстойҙың “Ясная поляна” усадьба-музейында (Тула өлкәһе) хәҙерге көндә лә ҙур умарталыҡ бар, бында бөйөк яҙыусы тарафынан һатып алынған түмәр умарталар һаҡлана;
...күс айырыу торошон “һүндереү” һәм күстәрҙең юғалыуына юл ҡуймау өсөн, умартала бөтә инә ҡорт ояларын юҡ итәләр һәм уны көсһөҙ ғаилә урынына ҡуялар. Бында иһә инә ҡорт һаҡлыҡ өсөн ике-өс көнгә ҡаплауыс менән ябып ҡуйыла. Осоусы бал ҡорттары, көсһөҙ ғаиләгә эләгеп, бал йыйырға тотона;
...умартанан сыҡҡан күстәргә юлда һыулы һәм ҡомло ҡаршылыҡтар булмаһа, улар төньяҡ-көнсығыш йүнәлешкә ынтыла;
...3–4 кг массалы күс бер тәүлектә 11–12 кәрәҙ төҙөргә, бал йыйыу осоронда 49–60 килограмға тиклем бал йыйырға һәләтле;
...айырған ҡорттар, ғәҙәттә, саҡмай йәки саҡҡан осраҡтары бик һирәк, сөнки был мәлдә һәр ҡорт һуңғы сиккә тиклем бал менән тулған була (бал бөрләтәүенә 40–50 миллиграмға тиклем бал йыя) һәм умартасыны күсте алған саҡта ебәргән хатаһы өсөн сағырға кәрәк булғанда ла быны эшләй алмай. Шуның өсөн күсте йыйған, уны урынлаштырған (япҡан) саҡта төтөн менән артыҡ мауығырға ярамай. Умартаны бер нисә көн элек ташлап киткән күстәр генә иҫкәрмәне тәшкил итә.

Бал йыйыу һәм айыртыу

Бөтә ғаиләләр ҙә аҙыҡ запасының тейешле нормаһы менән тәьмин ителгәс (улар бал ҡорттары ояһында бик күп булғас), бал ала башлай. Был эште япмалы умарталарҙа кәрәҙҙәр тулыһынса тулғас, ә һәр рамдың өҫкө өлөшө (өстән бере) балауыҙ менән көпләнгән йәки “мисәтләнгән” саҡта башҡаралар. Ул балдың бешеүен — уның тейешле дымлылыҡҡа етеүен күрһәтә. Һеҙҙең иғтибарҙы шуға йүнәлтәбеҙ: өлгөрөп еткән 1 литр балдың ауырлығы — 1435 грамм.
Өлгөрөп етмәгән шыйыҡ балды оҙаҡ һаҡлап булмай, ул әсергә, күпсеп сығырға мөмкин. Өлгөрөү-өлгөрмәүен билдәләү өсөн рамды әйләндереп ҡарарға йәки һелкергә кәрәк — өлгөрөп етмәгән бал ағып төшәсәк, ә өлгөргәне — юҡ.
Әгәр ҙә балды ваҡытында айыртып алмаһаң һәм кәрәҙҙәрҙе бушатмаһаң, ҡорттар татлы һут йыйыуҙы туҡтата. Көндөң тәүге яртыһында сәскә һутын күберәк йыйырға мөмкин булыуын һәм ҡорттарҙың әүҙемерәк эшләүен иҫтә тотоп, балды төштән һуң, кискә табан алырға кәрәк. Быныһы инде ҡорттарға мәшәҡәт тыуҙырмау маҡсатында эшләнә. Айыртып алғас, бушаған кәрәҙҙәр шунда уҡ умарталарға кире ҡуйыла. Төн сыҡҡансы ҡорттар тыныслана, кәрәҙҙәрҙе тәртипкә килтерә, таҙарта һәм иртәнсәктән башлап ғәҙәттәгесә эшкә тотона. Бал ҡараған саҡта йылытҡысты һәм өҫкө япма таҡталарын алып торалар, унан һәр ҡорт йөрөй торған “урам”ға бер аҙ төтөн өрҙөрәләр, ҡорттарҙы аҫҡы рамдарға ҡыуалар. Уларҙы рамдарҙан һелкеп төшөрәләр, ә төшмәй тороп ҡалғандарын ваҡ щетка йәки ҡаурый, бумала, ҡанат менән һеперәләр. Эште тиҙләтеү һәм ҡорттарҙы артыҡ борсомау өсөн алған рамдар урынына кәрәҙҙәре төҙөлгән һаҡлыҡтағы рамдарҙы ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҙә улар булмаһа, яһалма балауыҙлы рамдар ҙа ярай.


Вернуться назад