“Умартасылыҡ серҙәре” дәрестәрен уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡып бара. Күбеһе уны ҡырҡып алып, айырым дәфтәргә лә туплай. Ләкин шул уҡ ваҡытта дәрестәрҙең айына, миҙгеленә (бал йыйыу осоро, айырыу ваҡыты һ.б.) тура килмәүе хаҡында ла әйтеүселәр бар. Улар — башлыса әле умарта тотоп, күптән умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр. Хөрмәтле уҡыусылар, дәрестең күпселек тәжрибәһе булмаған, яңы эшкә тотонғандар өсөн үткәрелгәнен дә онотмайыҡ. Нәҡ һуңғыларынан ошондай теләк килде лә инде. Рафиҡ Ноғомановтың хеҙмәтен тулыһынса баҫһағыҙ ине, башҡортса матур, ентекле яҙылған әсбаптар бик аҙ, булһа ла килеп етмәй, райондарҙа китап магазиндары юҡ... Шуға ла, урталыҡты табып, беҙ ауыл хужалығы фәндәре кандидатының хеҙмәтен мөмкин тиклем тулыраҡ баҫырға тырышасаҡбыҙ.
Шарттарҙың үҙенсәлектәре Бал күпләп йыйылған осор түбәндәгесә бүленә. Башланыу ваҡыты буйынса: иртә — июндең икенсе ун көнлөгөнән башлап, мәҫәлән, ҡурай еләгенән, аҡ кәрешкәнән, төрлө ялан үләндәренән (сабып алынғанға тиклем) һут йыйыу; уртаса — июндең аҙаҡтарынан башлап июлдең беренсе яртыһына тиклем, мәҫәлән, йүкәнән, иртә сәселгән ҡарабойҙайҙан, ҡандала үләненән; һуңғы — июлдең икенсе яртыһынан башлап августың уртаһына тиклем, мәҫәлән, көнбағыштан, ҡандала үләненең орлоҡ майҙандарынан, кипрейҙан. Ҡандала үләне һәм кипрейҙың сәскә атыуы июнь аҙағында башлана һәм 35-45 көн дауам итә, шуның өсөн һуңғы ике ваҡытты үҙ эсенә ала.
Дауамы буйынса: ҡыҫҡа — йүкәнән (7—12 көн), уртаса — ҡарабойҙайҙан (15—20 көн), дауамлы — ҡандала үләненән, кипрейҙан, ҡарабойҙайҙан (төрлө осорҙа сәселгән мәлдә —30-40 көн).
Йышлыҡ, йәғни үлсәүҙәге умартаның көндәлек артымы буйынса: һүрән — 2 килограмға тиклем; уртаса — 3-4-әр килограмм; көслө — 5-7-шәр килограмм; бик көслө — 8-әр килограмм һәм унан да күберәк.
Бал биргән үҫемлектәргә бәйле төп балдың йүкә, йүкә-ҡарабойҙай, ҡарабойҙай, ҡарабойҙай-көнбағыш балынан йыйылыуы мөмкин. Юғарыла һанап кителгән бөтә үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, бал йыйыуҙың урындағы төрөн һүрәтләргә мөмкин. Мәҫәлән, йүкә төрө йүкәлектәр ҙур майҙандарҙы биләгән ерҙәргә тура килә, йәғни ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә көслө бал йыйыу мәле була. Ҡарабойҙай-көнбағыш төрө һуң, дауамлы, уртаса көслө бал йыйыу мәле булып тора. Ҡандала үләненән бал йыйыу — дауамлы, көслө.
Д. Шакиров “Пчеловодство Башкирии” тигән китабында беҙҙең республикала йүкә, йүкә-ҡарабойҙай, ҡарабойҙай-көнбағыш тибын, шулай уҡ бал биргән төрлө ялан, баҫыу һәм урман аҡландарының үҫемлектәрен айырым һүрәтләп яҙа: “Башҡортостандың территорияһы өс төп тәбиғи зонаға: тау-урман, урман-дала һәм дала зоналарына бүленә”, — ти. Ҡайһы бер авторҙарҙың мәғлүмәттәре буйынса, һәр зонаға күпләп йыйылған осорҙоң аныҡ төрө тура килә. Мәҫәлән, тау-урман зонаһына — йүкә, урман-далаға — ҡарабойҙай һ.б. Ләкин беҙҙең тарафтан Башҡортостанда бал йыйыу шарттарын өйрәнеү шуны күрһәтте: һәр зонала бал йыйыу мәленең ике, хатта өс төрө осрай. Шуның өсөн беҙ бал йыйыу буйынса оҡшаш райондарҙы бер төркөмгә индерҙек. Һөҙөмтәлә дүрт төркөм барлыҡҡа килде:
1. Бал йыйыу миҙгелендә йүкә төрө өҫтөнлөк иткән райондар: Бөрйән, Архангел, Благовещен, Ғафури, Иглин, Нуриман, Тәтешле.
2. Бал йыйыуҙа йүкә-ҡарабойҙай төрө өҫтөнлөк алған райондар: Ауырғазы, Бәләбәй, Борай, Йылайыр, Йәрмәкәй, Күгәрсен, Әбйәлил.
3. Бал йыйыуҙа ҡарабойҙай-көнбағыш төрө өҫтөн булған райондар: Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Саҡмағош, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Шишмә, Әлшәй.
4. Бер төргә лә хас булмаған (яландарҙың, көтөүлектәрҙең, баҫыуҙарҙың һәм урман аҡландарының төрлө-төрлө үләндәренән) бал йыйыу райондары: Баймаҡ, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Учалы, Хәйбулла, Шаран.
Һеҙ быны беләһегеҙме? - ”Һут” һүҙе (нектар), грек теленән тәржемә итһәң, үлемһеҙлек бүләк итә торған “аллалар эсемлеге” тигәнде аңлата;
- бер ҡалаҡ бал (30 г) әҙерләү өсөн 200 ҡорт иң яҡшы йыйым осоронда бер көн буйы һут йыйырға мәжбүр. Шунда уҡ ҡорт умартала һутты ҡабул итеү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо ваҡытта ҡорттарҙың бер өлөшө ҙур тырышлыҡ менән ояны елләтә, быныһы иһә һуттан артыҡ һыуҙы парландырыу ниәтендә эшләнә;
- 1 кг бал йыйыу өсөн ҡорттар 4500-гә тиклем осош яһарға һәм 6-10 миллион сәскәнән һут алырға тейеш. Көслө ғаилә көнөнә 5-10 кг бал (10-20 кг һут) йыя ала.
- Һитә составына бик күп микроэлементтар: барий, ванадий, вольфрам, тимер, алтын, иридий, кальций, кадмий, кобальт, кремний, магний, баҡыр, молибден, мышьяҡ, аҡ ҡурғаш, палладий, платина, терегөмөш, фосфор, хлор, хром, цинк, стронций инә;
- Бер кәрәҙ күҙәнәгенә 18-гә тиклем йоморса (һитә йомғағы) һыя, унда һитә массаһы 140-180 мг тәшкил итә;
- Ҡорттар йыйған татлы һут улар тарафынан ентекле эшкәртелгәндән һәм 40-тан алып 70 процентҡа тиклем һыуҙы парға әйләндереп ҡыуып сығарғандан һуң ғына балға әйләнә. Бер көндә йыйылған 5 килограмм татлы һуттан, эшкәрткәндән һуң, 1,5-2 килограмм ғына бал тороп ҡала;
- Бер йыл эсендә бер бал ҡорто ғаиләһенең йәшәүгә һәләтен тәьмин итеү өсөн 80-100 кг бал (шуның 10-12 килограмы ҡышҡы мәлдә тотонола), 20-25 кг һитә һәм 30 литр һыу талап ителә.