Күстәрҙе тәрбиәләү06.09.2012
Ояны йыш ҡарау ҡорттарҙы тынысһыҙландыра, уларҙың эшенә ҡамасаулай һәм күстең биологик ритмын боҙа. Юҡҡа-бушҡа уны тикшерергә ярамай. Бер ҡарағанда эштәр комплексын башҡарыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, яҙ күстә инә ҡорттар барлығы, аҙыҡ запасы тикшерелә, умартаның төбө таҙартыла, оя ҡыҫҡартыла һәм өҫтәп аҙыҡ — баллы рамдар йәки шәкәр шәрбәте бирелә. Умартаны асҡанға тиклем кәрәкле ҡоралдарҙы: күрек, сөрөк, умартасы ҡасауы, ҡанат йәки щетка, рамдарҙы, шул әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн йәшник әҙерләргә кәрәк. Тикшереү өсөн иң яҡшы ваҡыт — йылы ҡояш, елһеҙ көн үҙәге, температураның күләгәлә +12–14 градус булыуы хәйерле. Бындай көндә бик күп өлкән бал ҡорттары умартала булмай һәм эшләргә ҡамасауламай (өлкән ҡорттар саға), ә йәш ҡорттар артыҡ ҡуҙғып бармай. Ҡорттарҙы бал йыйыу булмаған, үтә ныҡ эҫе, ҡоро көндәрҙә мөмкин тиклем ҡарамаҫҡа кәрәк. Һауа торошо алмашынған саҡта, көслө ел иҫкәндә, көн һалҡынса, болотло, ямғырлы булып торғанда һәм күк күкрәү алдынан ҡорттар асыулы булыуға тартым, йышыраҡ сағыусан. Бал ҡорттарының ауырыуы, ҡоротҡостар килеү, умартаны йыш асыу, уға ҡағыу, һуғыу, шулай уҡ ҡорттарҙың ағыулы үҫемлектәргә (һаҙанаҡ, тилебәрән, бүре йүкәһе, аҡһырғаҡ һәм башҡалар) ҡуныуы уларҙың асыуын ҡабарта.
Күсте тикшереү алдынан умартаның кейәһенә бер-ике ағым төтөн өрҙөрәләр. Ояны ҡарағанда умартаның һул яғында тороп эшләйҙәр. Әгәр ҙә ярҙамсы булһа, ул ҡаршы яҡтан тора. Умартаның алдында, ҡорт осҡан ерҙә, тороп эшләү ярамай. Ҡапҡасты һаҡлыҡ менән генә асалар, уны умартаның артҡы стенаһына күректе уға уңайлы ултыртырлыҡ йәки элеп ҡуйырлыҡ итеп һөйәп ҡуялар. Ҡапҡасҡа йылытҡыс яҫтыҡты ла һалалар. Киндер япманың мөйөшөн күтәреп, рамдар өҫтөнә (әммә ояға түгел) төтөн өрҙөрәләр. Әгәр ҙә умарта рамдар менән туп-тулы булһа, ул саҡта ваҡытлыса тикшергәнсе бер-ике рамды һурып алалар һәм өҫтө ябыулы күсермәле йәшниккә ҡуялар. Унан оялағы рамдарҙы умартасы ҡасауы менән шылдыралар, һаҡлыҡ менән генә ҡырынлатып һурып сығаралар, бында рамдарҙың сите менән инәне йәки ҡорттарҙы умартаның стенаһына ҡыҫып үлтермәү сараһы күрелә. Алынған рамды умарта өҫтөндә вертикаль итеп, аҙ ғына ҡырыныраҡ тоталар. Лыпын ятҡырып тоторға ярамай, сөнки балауыҙ һығылып төшөргә, һынырға мөмкин. Бынан тыш, күҙәнәктәрҙән һеркә киҫәктәре төшә һәм яңы бал һуты ағып тама. Ҡаралған рамдарҙы запас киндер япма менән ябып торалар. Әгәр ҙә умартанан рамды алыу талап ителһә, уны һул ҡул менән өҫкө бурсаһынан йәки эләктергестәренән тоталар ҙа аҫҡа умартаның төбөнә табан төшөрәләр. Уң ҡулдың йоҙроғо менән һул ҡулдың суғына йәки рамдың планкаһына һуғалар. Былай эшләгәндә, ҡорттарҙың күпселеге кәрәҙҙән айырыла, ә ҡалғандарын ҡанат, щетка йәки яңы үлән һеперткеһе менән ҡағып төшөрәләр. Үрсемле, инә ҡорт көбө күҙәнәкле рамдарҙы ҡағырға ярамай, ә ҡорттарҙы уларҙан һепереп төшөрәләр. Ояны ҡарағас, рамдарҙы элекке урынына шылдырып ҡуялар. Әгәр ҙә ваҡыт уңайһыҙ булһа, ҡорттарҙың ҡуҙғыуы форсат бирмәһә, рамдарҙы ҡаршы яҡҡа ҡуймаҫҡа мөмкин, ә элек алынғандарын иң һуңғылар итеп ҡуйырға кәрәк. Күсте ҡараған саҡта инә ҡортто умартанан тышҡа төшөрмәҫ өсөн иғтибарлы булыу талап ителә. Шулай итмәгәндә күсте инәһеҙ ҡалдырырға мөмкин.
Күрек өсөн яныу материалы булып ҡоро ағас сөрөгө йәки йомшаҡ тоҡомло ағас хеҙмәт итә, сөнки төтөн эҫе булырға тейеш түгел. Ағас бәшмәге яҡшы һәм әкрен яна. Ул ағастың түңгәктәрендә, япраҡлы ағастарҙың олононда үҫә. Күреккә эштән сыҡҡан рамдар йәки иҫке киндер япма киҫәктәрен өҫтәү насар булмаҫ, былай иткәндә төтөн ҡорттарҙы тынысландырыусы хуш еҫлегә әйләнә. Күреккә үлгән ҡорттар эләгергә тейеш түгел, сөнки улар янғанда ҡорттарҙа ныҡ ҡуҙғыу уяна. Ҡайһы бер умартасылар ҡорттар ныҡ асыуланғанда һәм ҡуҙғығанда төтәткескә иҫке балауыҙ киҫәктәре һала, шул уларҙы тынысландыра. Күрек яҡшы янһын өсөн, уны вертикаль хәлдә ҡуялар (төтөн тартыу көсәйә). Яныуҙы кәметеү кәрәк булғанда, күректе ятҡыралар. Уға үтә лә ҡоро сөрөк һалырға ярамай, сөнки уны өрҙөрткәндә күпләп осҡон сыға. Бындай сөрөктө еңелсә генә еүешләтергә кәрәк. Эш тамамланғандан һуң күректе һүндерәләр. Уның ҡапҡасын асалар, яныусы сөрөктәргә һыу ҡоялар һәм махсус соҡорға түгәләр. Күректең ҡапҡасындағы ҡором ҡырып төшөрөлә, ә тишектәре таҙартыла.
Бал ҡорттарын ҡарағанда, түбәндәге ҡағиҙәне үтәргә кәрәк: “яйлап ҡына ашыҡ”, йәғни кисекмәҫтән һәм бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма, ҡорт күстәре янында ашыҡмағыҙ һәм ҡырҡа хәрәкәт яһамағыҙ. Киҫкен хәрәкәттәр һәм ашығыу ҡорттарҙы бик ныҡ ҡуҙғыта, улар ярһып, саға башлай. Ҡортто ҡыҫып үлтермәҫ өсөн бик иғтибарлы булырға, үҙеңде йыйнаҡ тоторға кәрәк. Һәр сағыу кеше менән ҡорт күсенең үҙ-ара мөнәсәбәте боҙолоу тураһында раҫлай.
Әгәр ҙә ҡорттарҙың асыуланыуы арҡаһында эште тамамларға форсат булмаһа, умартаны асыҡ килеш ҡалдырып китергә ярамай. Шундай халыҡ мәҡәле лә бар: “кем дә кем ҡорт сағыуына сыҙамай һәм умартаны асыҡ килеш ташлап китә, ул кеше умартасы түгел”.
Быны беләһегеҙме?
v Умартасы төтөн ярҙамында бал ҡорттарын тынысландырмай, ә, йәнәһе, янғын икән тип ялған сигнал бирә. Миллиондарса йылдар буйына боронғо урманда йәшәүсе йән эйәләре булып һаналған бал ҡорттары төтөн еҫе сығыу менән оҙон юлға запас алыу өсөн балға ташлана. Ҡорһағы бал менән тулғанда ҡорт уны бөгә, ҡаяуын эшкә ҡуша алмай;
v Күректе ышаныслы тоҡандырып ебәреү өсөн ҡоро ҡайын туҙы, ә яндырыу өсөн өйәңке сөрөгө файҙаланыла;
v Ҡорттар — һиҙеү буйынса “чемпиондар”. Улар еҫтәрҙе кешегә ҡарағанда мең тапҡырға нығыраҡ тоя һәм айырып таный. Ҡорт бал йыйымы сығанағын эҙләгәндә сәскәләрҙең хуш еҫен бер саҡрымдан һәм унан да алыҫтаныраҡ тоя, улар араһында иң яҡшыларын белә, бал һуты барлығын һиҙә;
v Ҡорттар — “синоптиктар”. Ямғыр алдынан, әйтерһең дә, команда буйынса улар берҙәм рәүештә умарталарға әйләнеп ҡайта. Ғалимдар был хәлде, ямғыр йәки дауыл килер алдынан һауа бик ныҡ электр менән тула һәм ҡорттарҙың шунда уҡ статик заряды күбәйә, тип аңлата. Ул ҡорттарға умартаға ҡайтырға саҡырыусы хәүефле, ҡурҡыныслы хәл сигналы булып хеҙмәт итә.