Бөрлөгәнем, бөрлөгән...05.09.2012
Ҡара бөрлөгәнгә беҙҙең халыҡ әллә ни иғтибар итмәй. Урман-ҡыуаҡлыҡтарҙа осраһа — алып ҡабабыҙ, осрамай икән — юҡ. Ә бит был еләктә кеше организмы өсөн барыһы ла бар: витаминдар, шәкәр, минералдар. Шуныһын да әйтергә кәрәк: береһе артыҡ, икенсеһе кәм түгел — тейешенсә. Мәҫәлән, С витамины бары тик 5–30 мг ғына (100 грамға алғанда). Ләкин организмға ошоноһо ла етә. Сөнки артығы барыбер һеңмәй, кәрәге юҡ.
I быуатта йәшәүсе боронғо Рим табибы Диоскорид үҙенең бар донъяға билдәле “Маteria medika” тигән китабында бөрлөгән япрағын, ҡайнатмаһын тимерәүгә (лишай), эренле һәм сей яраға ябырға ҡушҡан. Шулай уҡ япраҡ ҡайнатмаһы менән теш ҡаҙнаһынан яфаланғандарға ауыҙ сайҡатырға тәҡдим иткән. Тағы мең йылдан һуң икенсе билдәле табип Әбүғалисина япраҡты псориазға (тәңкә рәүешендәге сабыртма) ябыуҙың мөһимлеге тураһында һүҙ алып бара.
Урта быуатта Амирловлат Амасиаци былай тип яҙа: “Әгәр ҙә япраҡ ҡайнатмаһы менән ауыҙҙы сайҡаһаң, башты эшләтә, ҡолаҡтағы тауышты бөтөрә, теш ҡаҙнаһынан ҡан килеүен туҡтата. Әгәр тамырҙан яһалған ҡайнатманы эсһәң, таштарҙы онтар һәм сығарыр. Уның япраҡтары ашҡаҙанды нығытыр, ҡанлы эс китеүен туҡтатыр. Ләкин ул талаҡҡа (селезенка) зыянлы”.
Бөрлөгән емешен ныҡлап өлгөргәс (һытылырға тейеш түгел) йыйып, 50 градус эҫелектәге газ плитәһендә (духовка) йәки ҡараңғы, күләгәле урында киптерәләр. Япраҡтарын йәй буйы йыйырға була. Элегерәк уны күпләп киптереп, тәмле сәй яһағандар. Ҡурай еләге япрағын да ҡушһаң, хуш еҫле эсемлек барлыҡҡа килә.
Тамырҙарын көҙ генә алалар. Емештәре лә, тамыры ла һейҙек ҡыуҙырыу, таштарҙы сығарыу өсөн файҙаланыла. Тамырынан яһалған ҡайнатма — һары һыу ауырыуынан да (водянка) яҡшы дауа.
Рецепттар
Эс киткәндә ҡулланыу өсөн марляға бер бал ҡалағы ҡәнәфер һалып, бөрлөгән ҡайнатмаһына мансыйҙар. Бер нисә минут ҡайнатҡас, марляны алалар. Ҡайнатманы берәр аш ҡалаҡлап икешәр сәғәт һайын эсәләр.
Артыҡ ауырлығын ташларға теләүселәр ҡара бөрлөгән япрағынан сәй әҙерләй ала. Бының өсөн һигеҙ өлөш япраҡҡа бер өлөш ҡайын япрағы, бер өлөш үгәй инә япрағы ҡушалар. 1:20 нисбәтенә ҡайнар һыу ҡоялар. 15 минуттан һуң ҡайнатма әҙер була. Иртән һәм төшкө аш алдынан берәр стакан эсәләр.
Ҡан туҡтатыу (эс киткәндәге) өсөн 100 грамм тамырҙы ярты литр һыуҙа ҡайнаталар. Ҡайнатма яртыһына тиклем ҡалырға тейеш. Һуңынан уға кире ярты литр булғансы ҡыҙыл шарап һалалар. Көнө буйы 30-ар грамм эсәләр.
Дизентерияны дауалау өсөн бер аш ҡалағы япраҡҡа 200 грамм ҡайнар һыу һалып, 4 сәғәт буйы төнәтәләр. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр 100-әр грамм аш алдынан эсәләр.
Һеҙ был үҙенсәлекле еләкте баҡсағыҙҙа ла үҫтерә алаһығыҙ. Хәҙер уның бик күп сорты һатыла. Алғанда тәжрибәле баҡсасыларға мөрәжәғәт итегеҙ.