Ер еләге ултыртырға ваҡыт05.09.2012
Беҙҙең климат шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында сәскә ата, мыйыҡ ебәрә башлай; июнь ахырында еләк өлгөрә. Август аҙағында мыйыҡтар күпләп үҫә, ергә тамыр ебәреп, тупраҡтан дымды, туҡлыҡлы матдәләрҙе күпләп һура, киләһе йыл уңышына зыян килтерә. Шуға күрә мыйыҡтарҙы даими ҡырҡып торорға кәрәк.
Ер еләге бүтән емеш-еләк кеүек көҙ япраҡ ҡоймай, йәшел килеш ҡар аҫтына инә.
Үҫентеләрен үрсетеүгә тәме, эрелеге, уңдырышлылығы менән айырылып торған сорттар һайлап алына. Улар ашланған ергә 30–40 сантиметр аралыҡта ултыртыла. Ултыртыуға тамырҙарының оҙонлоғо 5 сантиметр булған, өс-дүрт япраҡлы мыйыҡтар иң яҡшыһы һанала. Улар һәйбәт ашланған, еңелсә дымлы тупраҡлы ерҙә тамыр йәйеп тиҙ үҫеп китә һәм мыйыҡ ебәрә башлай. Тәүге йылды мыйыҡтан барлыҡҡа килгән үҫентеләр ултыртыуға яраҡлы булмай. Плантацияһын даими туҡландырып, һыу һибеп торорға кәрәк. Уны нормаль дымлылыҡта тотоу айырыуса мөһим. Мыйыҡтар ергә йәбешеп тамыр ебәрһен өсөн йомшартып торорға кәрәк. Икенсе йылында юғары сифатлы үҫентеләр өлгөрөп етә. Тамырының оҙонлоғо 5–6 сантиметр булған өс-дүрт япраҡлы үҫентеләр алынып тәғәйенләнгән ергә ултыртыла. Ерҙең һәр квадрат метрына 2 килограмм органик ашлама, 80 грамм комплекслы минераль ашлама индереп, тәрән итеп ҡаҙыла, ер өҫтөн тигеҙләйҙәр.
Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, еләкте тәрән оя йәки бураҙна яһап ултыртыу иң яҡшы ысул һанала. Уның өҫтөнлөгө шунда: йыл һайын еләктең үҙәк тамыры өҫкә сығыусан, тәрән ояларҙа иһә өҫкә сыҡҡан тамыр күмелә. Икенсенән, ояларҙа дым оҙаҡ һаҡлана. Өсөнсөнән, ҡар яуыу менән уларға ҡар тула һәм көҙгө һалҡындарҙа үҫентене туңыуҙан һаҡлай.
Ултыртыр алдынан мул итеп һыу һибелә, шунан тамырҙарын тирә-яҡҡа йәйеп, үҫентеләр ултыртыла (үҙәген тупраҡ менән ҡапларға ярамай).
Һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр баҡсасылар еләкте түтәл өҫтөнә ҡара толь йәйеп ултыртыу ысулын файҙалана башланы. Түтәл өҫтөнә ябылған толдәргә 30–40 сантиметр аралыҡта тишек яһап ултыртҡанда, дым яҡшы һаҡлана, мыйыҡтар ергә йәбешеп тамыр йәймәй, толь өҫтөнә тарала, уларҙы ҡырҡып алыуы ла еңел була.
Ҡайһы бер баҡсасылар еләк түтәлдәре өҫтөнә 45–50 сантиметр бейеклектә каркастар эшләп, ҡар иреп бөтөр алдынан пленка ябып ҡуя. Һөҙөмтәлә ҡар тиҙ иреп бөтә, пленка аҫтында еләк 10–15 көнгә иртәрәк өлгөрә.
С. ХАЖИЕВтың “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.


Вернуться назад