Ҡырҡыу еҫте улар яратмайРефлекс — бал ҡорттарының тәртибе йәки тере организм нервыларының тыштан ярһытыуға яуап биреүе ул. Шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар була.
Шартһыҙ рефлекстар (инстинкттар) — тышҡы мөхиттең теге йәки был ярһытыуына организмдың тыумыштан булған реакцияһы. Бал ҡорттарында шартһыҙ рефлекстарға яҡын шундай хәрәкәттәр күҙәтелә:
— умарта стенаһына туҡылдатыуға геүләп яуап бирәләр;
— күрек менән төтөн өрҙөрөүгә яуап итеп, бөрләтәүҙәрен бал менән тултыралар;
— ҡырҡыу еҫтәргә (хушбый, алкоголь, тир һәм бал ҡорто ағыуы еҫе) ярһып китәләр һәм сағалар.
Шартһыҙ рефлекстарҙың тыумыштан булыуы, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн өйрәтеүҙең кәрәкмәүе — үҙе бер үҙенсәлек. Шул уҡ ваҡытта улар — тәбиғәттәге күренеште һаҡлауға ҡулайлашыу ҙа. Бының шулай булыуы түбәндәге миҫалда асыҡ күренә: төтөн еҫе бал ҡорттары өсөн һәләкәт булырын, янғын сығып, уларҙың ояһы юҡҡа сығыу ихтималлығын алдан хәбәр итә, шуның өсөн улар, ике оянан һаҡлыҡ аҙыҡтарын йыйып, бөрләтәүҙәрен бал менән тултыра.
Шартлы рефлекстар — хайуандарҙың нервы системаһында шартһыҙ рефлекстар нигеҙендә барлыҡҡа килеүсе ваҡытлыса элемтә. Үткәрелгән тәжрибәләр ярҙамында бал ҡорттарының шартлы рефлекстарға, йәғни аҙыҡ сығанағы, уның төҫө, хас булған еҫе араһындағы ваҡытлыса элемтәгә эйә булыуға һәләтлелеге асыҡланған. Зәңгәр һәм һары квадраттарҙа урынлашҡан аҙыҡты алырға өйрәтелгән ҡорттар һуңынан да, бында аҙыҡ булмаһа ла, шул квадраттарға осоп килгән. Ниндәйҙер тәмле еҫле шәрбәт менән аҙыҡландырғанда, ҡорттар ошо аҙыҡ булмаған, әммә уның еҫе сығып торған контроль йәшниккә инә.
Шулай уҡ ҡорттарҙа теге йәки был үҫемлектең көндөң ҡайһы ваҡытында бал һутын ныҡлы бүлеп сығарғанын белеү һәләте лә бар.
Шартлы рефлекстар ҙур әһәмиәткә эйә: бал ҡорттары танышыу өсөн осош яһағанда ла үҙ умартаһының хәл-торошон, әйләнә-тирәләге әйберҙәрҙе хәтерендә ҡалдыра, бал һуты йыйырға осҡан саҡта барыу, ҡайтыу юлын иҫтә тота. Аҙыҡ эҙләп, тыумыштан барлыҡҡа килгән шартһыҙ рефлекс тәьҫире аҫтында оса. Был ваҡытта сәскәнең төҫө, еҫе һәм формаһы ҡорт өсөн бер ниндәй әһәмиәткә лә эйә түгел. Ләкин сәскәләрҙә аҙыҡ тапһа, аҙыҡ сигналдарына әйләнә, бал ҡорттарында сәскәләрҙәге билдәле төҫкә, еҫкә һәм формаға шартлы рефлекс үҫешә.
Инстинкт (латин һүҙенән — ҡуҙғытыу) — шартһыҙ рефлекс, хайуандар тәртибенең тыумыштан булған ҡатмарлы формаһы, организмдың эске һәм тышҡы ярһытыуҙарға яуап теҙмәһе.
Бал ҡорто ғаиләһе биологияһынан инстинкт миҫалдары:
1. Төҙөлөш алып барғанда балауыҙ бүлеү, төҙөү эштәре башҡарыуында сағылыш таба; йәш ҡорттар тыуып бер аҙ йәшәгәс тә, ояла тәжрибә туплаған ҡорттар кеүек үк, кәрәҙҙәрҙе дөп-дөрөҫ итеп төҙөй башлай. Бер ҡасан да һоро (әре) ҡорттар кәрәҙен күрмәгән эшсе ҡорттар яҙын һоро ҡорттар күҙәнәктәрен төҙөү эшенә тотона.
2. Аҙыҡ йыйыу инстинкты үҙҙәренең ихтыяжынан да күберәк аҙыҡ — бал һуты һәм һеркә — йыйыуҙа сағылыш таба. Ул бал ҡорттарында әүҙем, көслө, өҫтөнлөклө. Күпләп бал йыйырға мөмкинлек булғанда, бал ҡорттары бер ниндәй саманы (норманы) белмәй, улар өсөн бер генә сик юҡ (“етерлек йыйҙыҡ инде” тип туҡтап ҡалмайҙар). Әгәр ҙә умартала, ояла балға урын булһа, улар уны үҫемлектәр бал һутын бүлеп сығарыуҙы туҡтатҡансы йыя.
3. Һаҡланыу инстинкты ҡорттарҙың ояны, умартаны һаҡта тороусы ҡорттар менән тышҡы дошмандарҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡлауында сағылыш таба.
4. Ҡорттарҙың элекке урынға ҡайтып инеү инстинкты. Был инстинкт ҡортло умартаны алып китеп, уның урынына башҡаһын килтереп ултыртҡанда, яҡшы күҙәтелә. Осоштан әйләнеп ҡайтҡас, ҡорттар яңы умартаға инә. Бында улар яңы еҫкә лә, формаға һәм төҫкә лә ҡарап тормай. Инстинкт умартасылыҡта — ғаиләләрҙе төрлө ысул менән яһалма бүлеүҙә, күстәрҙе формалаштырыуҙа, элекке көслө ғаилә урынына сибек ғаиләне күсереп ябыуҙа киң ҡулланыла.
5. Яңы инә ҡортто тәрбиәләү. Ул элекке инә ҡортто юғалтҡанда, ҡорттар ҡарышлауыҡтарҙан йәш инә ҡортто тәрбиәләгәндә яҡшы күҙәтелә.
6. Енси инстинкт инә ҡорттоң йомортҡалар һалыуында, инә ҡорттарҙың һәм һоро (әре) ҡорттарҙың, инәләрҙең, йәғни инә ҡорттарҙың үрсеү, аталаныу өсөн парлашыуға (“туй”) осошонда сағылыш таба.
7. Ҡатмарлыһының миҫалы булып ҡорт айырыу хеҙмәт итә. Был иһә ғаиләләренең артыу, тәбиғәттә бал йыйыусы ҡорттарҙы таратыу ысулын кәүҙәләндерә. Күстәренән айырым, берәмләп яңы ғаиләләр нигеҙләргә һәләтлеге булмау сәбәпле, күс айырыу иң уңайлы күренеш булыуын, шуға ҡулайлашыуҙы күрһәтә, ләкин айырым осраҡтарҙа ҡорт айырыу инстинкты кире әһәмиәткә эйә, сөнки төп инә ҡорт ғаиләһе шул тиклем күп күс айыра, ул үҙе лә, унан бүленеп сыҡҡан күс тә умартаны аҙыҡ запасы менән тәьмин итә алмай. Әгәр ҙә умартасы алдан тейешле сара күрмәһә, уларҙың үлеп бөтөүе ихтимал.
Тәбиғәттә көтмәгәндә ҡыҙыу бал йыйыу осоро башланып китһә, күс айырыу инстинкты аҙыҡ йыйыу менән баҫырылып ҡала. Ҡорттар шунда уҡ үрсеүҙе (ҡорт айырыуҙы) туҡтата, ә кәрәҙҙәрҙәге күс айыра торған инә ҡорттарҙың ояларын — көбөләрен кимерә, ватып бөтөрә, бал һуты йыйырға тотона.
Рафиҡ НОҒОМАНОВ.