Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ06.11.2026

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ кәмегән. Ә һеҙ ни өсөн уны аҙ ашай башланығыҙ?

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ

Беҙ яратып ашаған бәрәңгенең тарихы бай,  үҙенсәлектәре күп. Уның бүлбеләре 80 процент һыуҙан торһа, 15-20 проценты - крахмалдан. Европала бәрәңгене 16-сы быуатта үҫтерә башлайҙар, тәүҙә уны матур сәскәләре өсөн ултырталар.  Рәсәйгә Петр I заманында килеп инә, ләкин халыҡ оҙаҡ ҡына ҡабул итмәй. Екатерина II осоронда ныҡлап таралып китә.

Хәҙерге көндә бәрәңгеһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Унан ниндәй генә ризыҡтар бешермәйбеҙ. Бәрәңгелә калий бик күп, ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы. Шулай уҡ ул С , В төркөмө витаминдарына бай. Уны әҙерләүҙең  файҙалы ысулы  - мундирҙа бешереү.

Бәрәңгенең 4 меңдән ашыу сорты бар. Аҡ, алһыу, һары, шәмәхә эсле бәрәңгеләр осрай. Ҡайһылар бешергәндән һуң да үҙенең төҫөн үҙгәртмәй.    

Бәрәңгене халыҡ төрлөсә ҙурлаған. Бельгияла хатта уның музейы бар. Уға арналған картиналар ҙа, почта маркалары ла һаҡлана. Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа бәрәңгене аҡса урынына иҫәпләгәндәр.

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ кәмегән.

Бәрәңгене үҫтереүҙең дә үҙ сере бар. Ул бик талапсан, уға ыңғай шарттар тыуҙырғанда ғына яҡшы уңышы менән шатландыра. Бәрәңге йомшаҡ, кәүшәк тупраҡты ярата. Тығыҙ, балсыҡлы ерҙә уның бүлбеләре ваҡ була.

 

Автор фотоһы.

 

 



Вернуться назад