Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш яҙғаса яҡшы һаҡлаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Нимәләрҙе бергә, йәнәш һаҡлаға ярамай?

Уңыш йыйылды, уны һаҡлау ҙа ҙур эш. Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей.
Картуф
Баҙға төшөрөр алдынан картуфты ике аҙна тирәһе һалҡынса, ҡараңғы урында киптерегеҙ, температура 10–15 градус булһын. Был ваҡытта ваҡ йәрәхәттәр төҙәлә.
Һаҡлағанда иң яҡшыһы — 4 градус тирәһе һалҡын, дымлы һәм тулыһынса ҡараңғы урын кәрәк. 10 градустан йылыраҡ булһа, ике-өс айҙан шытып сыға. Уны алма менән бер урында тотмағыҙ: өлгөргән емештәр газ бүлеп сығара, ул шытыуҙы тиҙләтә. Дөрөҫ һаҡланһа, картуф биш-һигеҙ ай ята.
Һуған һәм һарымһаҡ
Һуғанды ла алдан киптерергә кәрәк: ике-өс аҙна йылы, ҡоро, һауа йөрөгән урында бер ҡат итеп йәйеп ҡуйыу мөһим. Ботағын һуғандан 2,5 сантиметр тирәһе ҡалдырып киҫегеҙ, серей башлағандарын айырығыҙ.
Һаҡлау өсөн сетка, иҫке капрон йәки тишекле йәшник яраҡлы. Ботағын киҫмәй, үреп элергә лә була. Урын һалҡын (0–4 градус) һәм ҡоро булһын, әммә 0 градустан түбән төшмәһен.
Һарымһаҡты ла ҡоро, һауа йөрөгән урында күтәртелгән сетка өҫтөндә киптерәбеҙ, япраҡтарын һәм тамырҙарын киҫәбеҙ ҙә һалҡын, дым үтмәгән урынға ҡуябыҙ. Ул алты-ете ай ята.
Картуфҡа дым күберәк кәрәк, ә һуғанға ҡоро урын уңайлыраҡ. Шуға мөмкин булһа, уларҙы айырым һаҡлағыҙ.