Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!13.10.2026

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ҡыуанып йөрөй.

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Салауат районының Мәсетле ауылынан Ирек Мофаззалов йәй һуңында яҙ сәскән картуфтың насар уңыш биреүенә зарланғайны. Һәм һуғанды йыйып алғас, 7-9 августарҙа уның урынына тәжрибә рәүешендә электән ҡалған картуф орлоғон сәсеүен хәбәр итте. 27 августа видео төшөрөп, өс рәт картуфтың бик матур булып үҫеп ултырыуын, бер генә колорадо ҡуңыҙының да булмауын күрһәтте. Ҡырауҙар һәләк итмәһә, октябрь башына икенсегә уңыш йыйып аласағын белдерҙе ул.

Әле хужа тағы видеоотчет һалған. Картуф үҫкән, уңыш биргән! 11 октябрҙә ҡаҙып алғандар. Ярты биҙрә картуф ултыртып, биҙрә ярым уңыш сыҡҡан. Тимәк, өс тапҡырға күберәк!)) 

"Был ярты биҙрә картуф орлоғон ташларға тип уйлағайным. Бына ниндәй матур уңыш бирҙе", - ти хужа.

 

Э. Ибраһимова һәм автор фотолары.

 



Вернуться назад