Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйыуы тураһында ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.

"Картуф, кәртүк, бәрәңге...
Бөгөн ошоларҙың барыһын бергә ҡар аҫтынан ҡаҙып алдыҡ)).
Нишләп улай һуңлап, тиһегеҙме? Хәҙер әйтәм...
Фитофтороз арҡаһында быйыл икенсе икмәгебеҙҙе иртә ҡаҙып алдыҡ. 10 август ине. Ни өсөн тигәндә, һабаҡтары ҡороп бөткәйне... Улай иртә ҡаҙған юҡ бит инде. Бушап ҡалған түтәлдәргә күҙ һалдым да, әллә артып ҡалған орлоҡто сәсеп ҡуйырға инде, тим янымдағыларға. Сәс һуң, тиҙәр улары. Һуған, һарымһаҡты күптән алғанмын, шул түтәлдәргә һанап тороп, 30 штукты сәсеп тә ҡуйҙым). Ихлас үҫергә лә тотондолар. Көндәр килеп тороп йылы тора...
Ҡар яуып ташланы көтмәгәндә((. Сәскәләрем генә түгел, улары ла ҡар аҫтында ҡалды бит инде өсөнсө көн... Ярай ҙа, үҙҙәрен япҡанмын яҡшылап.
Бөгөн уңышты йыйып алдыҡ, бабайым менән икәүләшеп тороп)). Пашти ике биҙрә булды. Вәт!
Хәҙер, ана, кәстрүлдә бығыр-бығыр йәш бәрәңге бешә. Ах! Тәмлеее! Бигерәк тәмле бәрәңге!))) Йәш кәртук!" - тип яҙҙы Сәлиә Ғатауллина.
Уның был яҙмаһына күптәр комментарийҙар ҡалдырып, һоҡланыу белдерҙе. Ысынында Сәлиә Ғатауллина картуфты һынау, йәғни тәжрибә өсөн генә ултыртып ҡарауын белдерҙе.
Ә тәжрибә уңышлы килеп сыҡҡан. 30 дана картуфтан ике биҙрә уңыш алыу - насар түгел инде ул! Бына шулай, хәҙер картуф - бәрәңгене беҙҙең төбәктә лә йылына ике тапҡыр сәсеп, ике тапҡыр уңыш йыйып алырға мөмкин икән.
Сығанаҡ: https://vk.ru/id132806390