Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, тәмле лә, файҙалы ла.

Баланды йыуып, банкаларға тултырырға, ҡапҡасын ҡаплап, һыулы һауытҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуйырға. Утта 3-4 сәғәт тоторға кәрәк.
Баландың ҡабығы ла ҡупмай, иҙелмәй ҙә, һөйәге лә йомшара. Һыу ҙа, шәкәр ҡомо ла һалынмай. Бәлеш һалғанда шәкәр ҡомон үҙегеҙ күпме теләйһегеҙ, шунса ҡуша алаһығыҙ.