Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"15.09.2026

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Ҡабаҡтың (кабачоктарҙы) төбөнә еткермәйенсә арҡыры ҡырҡҡылайһың (яҡынса биш өлөшкә), веер рәүешендә йәйеп һалаһың. Берәй һауытта сама менән майонез, тоҙ, ҡара борос, ҡырылған һарымһаҡты бутайһың.

Был массаны кабачок киҫемдәре араһына һылап, ул йомшара төшкәнсе һалып тораһың. Киҫемдәр араһына ит фаршы, помидор, һуған киҫәктәрен аралаштырып тығаһың. Помидор күберәк булһын, әскелтем тәм бирә. Веерҙың өҫтөнә ҡалған майонез массаһын һылап, өҫтөнә ҡырылған сыр һибәһең.

Эҫе духовкала кабачоктар йомшарғансы бешерәһең (45 минут тирәһе).

Фотоларҙы тәртип менән ҡарап сыҡһағыҙ ҙа эш барышын аңларға була.

Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина



Вернуться назад