Витаминлы "бомба" яһарға өйрәтәләр24.07.2026

Журналист Фәнзилә Хисамова ла күп ҡатын-ҡыҙҙар кеүек баҡса ниғмәттәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Әммә ул, кешенекенә оҡшамаһын тип, үҙенсә ниҙер өҫтәп тә ебәрә. Бына витаминлы "бомба" яһаған әле ул.

Витаминлы "бомба" яһарға өйрәтәләр

Уңған хужабикә ҡара ҡарағат йыйып алғас, уға әфлисун өҫтәп, витаминлы аҙыҡ яһаған.

"Рецебы былай: бер килограмм ҡара ҡарағатты йыуып, орлоҡтары алынған ике әфлисун ҡушып, бөтәһен ит турағыстан тарттырҙым. Уға 1,5 килограмм шәкәр ҡомо ҡушып, яҡшылап болғаттым.

Шәкәре иреһен өсөн ике сәғәт тәҙрә төбөндә тоттом, унан контейнерҙарға тултырып, туңдырғысҡа ҡуйҙым.

Әфлисун ҡалын ҡабыҡлы булһа, аҡһыл урындарын киҫеп ташларға, сөнки ул әсе тәм бирә икән. Өҫтәп бер лимон ҡушырға ла була.

Бер лайфхак минән - ит турағыстан ҡарағат-әфлисун һуттары сәсрәмәһен өсөн башына полиэтилен ҡапсыҡ кейҙерегеҙ", - тип яҙған хужабикә.


Фото: Ф. Хисамова.



Вернуться назад