Өй шарттарында Фанта яһау ысулы03.07.2026

Ҡыш көнө рәхәтләнеп эсер өсөн бик тәмле эсемлек килеп сыға.

Өй шарттарында Фанта яһау ысулы

Өс литрлы банка өсөн кәрәк буласак:

0,5 литр таҙартылған абрикос
ҡалын итеп ҡырҡылған 2-3 әфлисун киҫәге (түңәрәк итеп)
1 киҫәк (түңәрәк) ҡырҡылған лимон
1 стакан шәкәр

Әҙерләү:

Таҙа банкаға абрикос, әфлисун, лимонды һалығыҙ.
Шәкәр һалығыҙ һәм банка тулғансы ҡайнар һыу тултырығыҙ.
Стерилләнгән ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ.
Банканы әйләндерегеҙ, юрғанға төрөгөҙ һәм һыуынғансы шулай ҡалдырығыҙ.

Сығанаҡ: "Ауыл ҡатыны" төркөмөнән.



Вернуться назад