Ирәүәндән джем эшләйек26.06.2026

Тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ килеп сығасаҡ!

Ирәүәндән джем эшләйек

Баҡсала япраҡтарын тарбайтып, рәхәтләнеп үҫкән ирәүәнде (ревень) күптәр нимә эшләтергә белмәй. Бер-ике тапҡыр бәлеш бешерһәң, йәки унда-бында ашҡа тураһаң, мәле үтеп, ҡата башлай. Ә бит унан бына тигән тәмле лә, файҙалы ла ҡайнатма йәки джем эшләп була. 

Джем өсөн ирәүәндең һабаҡтары алына. Уларҙың тышын әрсеп, саҡ ҡына һыу ҡойоп, 1:1 нисбәтендә шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны блендер менән иҙәбеҙ. Төҫөн матур булһын тиһәгеҙ, еләк, сейә йәки әҙ генә күрәгә өҫтәргә мөмкин. 

Аштарығыҙ тәмле булһын! Файҙаһын күрегеҙ! 



Вернуться назад