"Мохито"ны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!16.06.2026

Ҡышҡылыҡҡа бик шәп буласаҡ. Бигерәк тә мунсанан һуң.    

"Мохито"ны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

Өс литрлы банкаға түңәрәкләп туралған ярты лимон, бер әфлисун, бер нисә бөтнөк япрағын һалығыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минутҡа ултыртып тороғоҙ. Һуңынан һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып, шәкәр һалып ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, кире банкаға ҡойоп, стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйығыҙ.

Әйткәндәй, ошо уҡ рецепт буйынса баҡса еләге, сейә, алма һалып эшләргә лә була.

 

Фото: "Файҙалы кәңәштәр"



Вернуться назад