Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның кәңәштәрен уҡығыҙ.

Нәзәкәтле генә ҡатын-ҡыҙҙың ошондай яуаплы вазифаны башҡарыуы, райондың баш агрономы булып эшләүе һоҡландыра ла, ғәжәпләндерә лә. Ер эшенә генә түгел, йәнтөйәгенә һөйөү ҙә сағыла уның булмышында. Гүзәл Юлдашбаева Салауат районының Ҡарағол ауылында тыуып үҫкән. Ауыл ҡыҙы булғанғамы, ер эшенә бала саҡтан ҡыҙығыуы була. Был йәһәттән ата-әсәһе лә өлгө күрһәтә. Улар һәр ваҡыт баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә. Ғаиләлә иң өлкән бала булғас, уларға ярҙам итергә тырыша, шуға барлыҡ эшкә бәләкәйҙән өйрәнеп үҫә. Ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлағас, Салауат районы хакимиәтенең баш агрономы булып эшләй башлай. “Эшем үҙемә бик оҡшай. Бер ҡасан да ул ялҡытҡаны, туйҙырғаны юҡ”, - ти ул.
Үҙенең баҡсаһы ла күпереп үҫә. Уның был өлкәлә бүлешер тәжрибәһе ҙур. Бөгөн баҡса еләген үҫтереү буйынса кәңәштәрен тыңлайыҡ.
– Баҡсамда “Виктория” еләген үҫтерәм. Уны йәй аҙағында, август башында ултыртыу отошло. Шул ваҡытта улар көҙгә тиклем тамырланып өлгөрә һәм киләһе йылда уҡ емеш бирә. Улар ҡояшлы ерҙе, дымды ярата. Бигерәк тә июнь айҙарында уға күп һыу талап ителә. Ләкин емеш өлгөргән мәлдә һыуҙы самалап һибегеҙ, сөнки еләге һыулы булып тора, тәме үҙгәрә. Өс йыл үткәс, еләкте яңы урынға күсереп ултыртырға кәрәк. Миҙгеленә өс тапҡыр туҡландырыла. Яҙын ҡар ирегәс, йәшел масса үҫһен өсөн азот кәрәк. Уның өсөн бер аш ҡалағы мочевина йәки карбамидты 10 литр һыуҙа иретеп һибәһең. Сәскә атыр алдынан бер стакан көлдө 10 литр эҫе һыуҙа бутап, бер тәүлек тотҡандан һуң тамырына һибеп сығаһың. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн рәт араларына һарымһаҡ ултыртыу ярҙам итә, шулай уҡ ергә ҡоро көл һибеү ҙә файҙаға. Еләктең уңышын йыйып бөткәс, август айында ла туҡландырырға кәрәк. Уның япраҡтарын сабып алабыҙ һәм үҫентене янған тиреҫ менән ҡышҡылыҡҡа ҡаплабыраҡ ҡуябыҙ. Ул ҡаты һыуыҡтан да һаҡлай, яҡшы ашлама ла булып тора, - тине әңгәмәсем.
Фото: Гүзәл Юлдашбаеваның шәхси альбомынан.