Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ18.05.2026

Уңыш ике тапҡыр мулыраҡ буласаҡ. Әммә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе белергә кәрәк. 

Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ

Помидорҙарҙы күсереп ултыртҡанда һәр төптөң соҡорона ике аш ҡалағы самаһы көл һалығыҙ. Көл – калий-фосфорлы ашлама. Ул сәскә атыу, емеш барлыҡҡа килеү мәлендә айырыуса кәрәкле.

Көлдө тупраҡ менән ныҡ һәйбәт итеп бутарға кәрәк, сөнки үҫенте тамырына туранан-тура тейһә, ул нескә тамырҙарҙы яндырыуы ихтимал. Шулай уҡ көлдө азотлы ашламалар, мәҫәлән, мочевина, аммиак селитраһы менән бергә һибергә ярамай.

Помидорҙарҙы кискеһен ҡояштың эҫеһе баҫылғас, йәки болотло көндә ултыртырға кәңәш ителә, сөнки ныҡ эҫелә күсереп ултыртыу үҫентеләрҙе хәлһеҙләндерә, нығынып, ҡалҡынып китергә ҡамасаулай.

Дөрөҫ туҡландырып, емеш-еләк һәм йәшелсәнән ике-өс тапҡыр күберәк уңыш алырға мөмкин.

 

Фото: Гөлназ Салауатова (“Kөнгәк” гәзите) һәм Нәркәс Хәлиуллина (“Мечетлинская жизнь”).

 

 

 



Вернуться назад