Бөтәһе лә баҡса сәсә. Хәҙер инде уны утарға, һыу һибергә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә ҡала. Тик бесәйҙәр ҙә түтәлдәргә, теплицаларға, сәскәлектәргә зыян килтереүсән - унда бәҙрәф эшләп алырға яраталар... Быға ҡаршы ҡулланырлыҡ ябай ғына тәбиғи препарат һәр хужабикәлә бар.

Түтәлдәрҙәге йәшелсә-емешкә зыян килтереүсе бесәйҙәрҙе ғәҙәти ҡоро ваҡланған гәрсис (горчица) ҡурҡыта. Уның ҡырҡыу еҫе хайуандың еҫ һиҙеү ағзаларын ҡуҙғыта, ярһыта. Бер-ике көндән бесәйҙәр был тирәне урап үтә башлар.
Гәрсис порошогын түтәлдәргә тигеҙ генә итеп һибеп сығырға кәрәк. Уртаса түтәлгә бер-ике аш ҡалағы тәмләткес етә. Бесәй айырыуса яратҡан урындарға күберәк тә һалырға була.
Шуныһы яҡшы: гәрсис үҫемлектәргә зыян килтермәй, ул тупраҡта тупланмай, бер аҙҙан тарҡала. Өҫтәүенә гәрсис - ваҡ ҡоротҡостарға ла ҡаршы яҡшы көрәш сараһы.
Бесәйҙәр йомшаҡ тупраҡты ярата, шуға күрә, баҡса ерен бер аҙ тығыҙлап, өҫтөнә тап, юнысҡы, бысҡы вағы һалып сығырға мөмкин. Бындай урындарҙы бесәй урап үтә.
Ямғыр яуһа, эште ҡабатларға кәрәк.
Автор фотоһы.