Халыҡ мәҡәле буйынса “Картуфты муйыл сәскә атҡанда, ҡайын япрағы бер тин ҙурлығында булғанда ултырт” тип тә әйтәләр.

Ҡайһы яҡтарҙа уны бәрәңге, кәртүк тип тә атайҙар.
Картуфты, ғәҙәттә, май урталарынан алып ай аҙағына тиклем сәсәләр. Тупраҡтың температураһы 8 см тәрәнлектә +8 градусҡа еткәс ултыртырға ярай.
Халыҡ мәҡәле буйынса “Картуфты муйыл сәскә атҡанда, ҡайын япрағы бер тин ҙурлығында булғанда ултырт” тип тә әйтәләр.
Уңышлы үҫтереүҙең биш алтын ҡағиҙәһенә иғтибар итегеҙ:
1. Дөрөҫ сорт һайлағыҙ: «Гала», «Ред Скарлетт», «Беллароза», «Луговской», «Удача», «Рокко», «Импала» кеүек һыналған сорттарҙы һайлағыҙ.
2. Сәсергә орлоҡто алдан әҙерләгеҙ: ултыртҡанса ике-өс аҙна элек картуфты яҡты, йылы урында бер аҙ шыттырып алығыҙ.
3. Ерҙе дөрөҫ эшкәртегеҙ: көҙ көнө ерҙе һөрөп, яҙ көнө – ер өлгөргәс, тырматығыҙ.
4. Ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшегеҙ: картуф сыҡҡанса, уны даими йолҡоп барырға кәрәк, хатта гербицидтар ҡулланырға ла мөмкин.
5. Картуфтың сортын биш йылға бер алмаштырып тороғоҙ, был уны төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Шулай уҡ уңышына ла йоғонто яһай.
Иң яҡшыһы – үҙегеҙгә оҡшаған сортты һайлау.
Сығанаҡ: “Сельчанка”