Бының өсөн апрелдә нимә эшләргә кәрәк?.. Май айында нимә эшләргә?..

Эре генә, татлы ғына ҡурай еләге үҫтереп алырға теләһәгеҙ, мотлаҡ яҙғыһын тейешенсә ашлама индереү сараһын күрегеҙ. Әгәр март – май дауамында кәрәгенсә ашлама алмаһа, емештәр ваҡ һәм татһыҙ була, уңыш та артыҡ ҡыуандырмаҫ.
Иң тәүҙә азотлы ашлама кәрәк. Бының өсөн март-апрель айында мочевина йәки аммиак селитраһы һибергә кәрәк. 10 литр һыуға 20 грамм тирәһе ашлама алына. Әгәр химия менән булышҡығыҙ килмәһә, бер квадрат метрға 3 – 5 килограмм компост йәки серегән тиҙәк (тиреҫ) һалып сығығыҙ һәм һыу һибегеҙ.
Майҙа фосфор һәм калий кәрәк – тап улар ярҙамында емештәр эреләнә һәм татлана. 10 литр һыуға 20 грамм суперфосфат һәм 15 грамм калий сульфаты алына. Әгәр калий сульфаты урынына тәбииғи көл һибергә уйлаһағыҙ, һәр ҡыуаҡ төбөнә яҡынса 200 грамм көл һалып, артабан һыу һибергә кәрәк. Ашлама һөҙөмтәлерәк булһын тиһәгеҙ, бер стакан көлдө бер литр һыу менән бутап, артабан ошоға тағы 4 литр һыу өҫтәргә һәм һәр ҡыуаҡ төбөнә һибеп сығырға.
Июнь айында кесерткән һыуы эшләп һибегеҙ. Бының өсөн 1 килограмм кесерткәнгә 10 литр һыу ҡойоп, 7 – 10 көн ултыртып ҡуйығыҙ. Артабан төнәтмәне 1:5 литр иҫәбенә еткереп, ҡыуаҡтарға һибегеҙ.
Ҡурай еләгенә күпме һыу ҡойорға? 7 – 10 көнгә бер тапҡыр ҡойоу етә, әммә ныҡ эҫе көндәрҙә йышыраҡ кәрәк.
“Минең баҡсам” төркөмөнән.
Фото: Гөлназ Салауатова ("Kөнгәк" гәзите).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!