Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...28.04.2026

Йә ер ҡаты, йә һыулы... Таулы яҡтарҙа яҡшы уңыш алып булмай. Әммә балсыҡлы йә, киреһенсә, һаҙлыҡлы ерҙә лә яҡшы уңыш алырға була икән. Бәхтийәровтар сере менән уртаҡлаша.

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...

Башҡортостандың бар райондарында ла уңдырышлы ҡара тупраҡ түгел. Айырыуса таулы төбәктәрҙә ер балсыҡлы, ярлы. Әммә был ерҙәрҙә лә халыҡ йәшәй һәм шарттарға яраҡлаша. Бына Бәхтийәровтар ғаиләһе был проблеманы нисек хәл иткән.

"Дөрөҫөн әйткәндә, кәйеф төшә ине. Картуф йә кишер ҡаҙаһың - ерҙең ҡатылығы! Тупраҡ кипһә, бетон киҫәгеме ни... Тимер көрәкте лә һындырып ҡуя инек. Эйе-эйе, көрәк һабын түгел, тап тимерҙең үҙен.

Әле быныһы — бер бәлә. Тағы бер проблема — ер аҫты һыуҙарының өҫтә ятыуы. Яҙғыһын картуф сәскәндә көрәкте яртылаш ҡына ергә индереп соҡор ҡаҙаһың, ә унда инде һыу... Картуф үҫеп тә өлгөрмәй серей. Йәшелсәләр дымлы ерҙә тонсоға.

Беҙ был бәләнән сығыу юлын таптыҡ — бейек түтәлдәр яһаныҡ. Ваҡ-төйәк таҡталарҙан каркас эшләп, эсен тимер менән көпләнек. Был Инйәр һәм көньяҡ Урал төбәге өсөн иң яҡшыһылыр. Ошолай иткәндә,

1. Ер кимәленән юғарыраҡ ятҡан түтәлдә һыу рәттәр араһына китә, тамырҙар һулай һәм серемәй.
2. Ашлама индереү еңелерәк. Участканың бөтә балсыҡлы ерен рәткә килтереү кәрәкмәй. Һеҙ уңдырышлы тупраҡты кәртәләнгән урын эсенә генә һалаһығыҙ.
3. Арҡағыҙ ауыртмай. Түбән эйелергә кәрәкмәй. Ҡый утағанда ла рәхәт, еңел.

Беҙҙең алтышар метрлыҡ туғыҙ түтәлебеҙ бар. Унда һуған, кишер, сөгөлдөр, йәшел тәмләткестәр, ҡыяр, помидор, хатта еләк ултыртабыҙ. Өс йыл инде шулай уңыш алабыҙ. 

Бына шулай. Ерегеҙ ҡаты йәки, киреһенсә, һаҙлыҡлы булһа ла, бирешмәгеҙ. Юлын табырға була.

P. S. быйыл мин батат (татлы картуф) үҫтерергә булдым. Әммә был хаҡта айырым яҙырмын - унда ла Урал ере өсөн хәйлә-серҙәр бар", - тип яҙған Марат Бәхтийәров.

Афарин! Ә һеҙ баҡсала ниндәй хәйләләр ҡулланаһығыҙ? Нисек мул уңыш алаһығыҙ? Яҙығыҙ.

 

Фото: М. Бәхтийәровтың шәхси архивынан.

 



Вернуться назад