Айғырбатҡан ниңә күркәм?28.04.2026

Тиҙҙән бында урман барлыҡҡа киләсәк.

Айғырбатҡан ниңә күркәм?

"Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара эколгия-патриотик акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2020 йылдан алып ойошторола.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Айғырбатҡан утары янындағы яланда халыҡ күп итеп үҫенте ултыртты. Дөрөҫөрәге, изге эшкә айғырбатҡандар, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, рәсми кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының вариҫтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ил һаҡсыларының туғандары һәм башҡалар әүҙем ҡушылды. Бөтәһе алты гектар майҙанға 24 мең төп ҡарағай ултыртылды. Әйтеүҙәренсә, акция тәбиғәтте һаҡлауҙы, тарихты онотмауҙы күҙ уңында тота.

Әйткәндәй, беҙ Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов, Советтар Союзы Геройы, пулеметсы Ғәбдрәүеф Дәүләтов, шулай уҡ МХО-ла батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов һәм башҡалар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Әбйәлил районының Урман хужалығы идаралығы начальнигы Илгиз Кинйәбулатов билдәләүенсә, улар акцияны йыл да үткәрергә уйлай, тиҙҙән бында барлыҡҡа киләсәк урман батырҙар тураһында иҫтәлек булыр.

– Элек беҙ мәктәптә уҡығанда арҙаҡлы шәхестәрҙе класс сәғәттәренә саҡыра торғайнылар, ошоно ҡайтанан тергеҙергә кәрәк, – тине Гөлсинә Йәнйегетова.

 

Таңсулпан ЙОМАҒУЖИНА, Әбйәлил районының йәмәғәт палатаһы етәксеһе, "Әбйәлил" гәзитенең баш мөхәррире:

– Беренсенән, әбйәлилдәрҙең һәр башланғысҡа ихлас ҡушылыуы шатлыҡлы, ғөмүмән, был яҡтың кешеләре егәрле, уңған һәм тырыш. Икенсенән, ошондай акцияларҙы даими үткәреп торорға кәрәк, эргә-тирәбеҙгә йәм инәсәк, бынан тыш, ул халыҡты берләштереү йәһәтенән ҙур роль уйнай, тарих тураһында ла оноторға ярамай.



Вернуться назад