Уны ни өсөн һәм нисек ҡулланырға?

Тәҙрә төбөндәге үҫентеләр, яҡтылыҡ етмәгәнлектән, оҙонайып үҫеп китә. Ғәҙәттә, бындай проблемалар булмаһын өсөн уңған хужабикәләр фитолампа ҡуллана. Әммә ул булмаған осраҡта фольга ҡулланырға мөмкин. Бының сәсеү тартмалары тирәләй ғәҙәти фольганан 20–50 сантиметр бейеклектә «борттар» яһап ҡуйыу отошло. Ләкин һауыттың дүрт яғын да ҡапларҡа кәрәкмәй, өс яҡлап етә.
Был ябай аҙымдың бер юлы бер нисә өҫтөнлөгө бар. Орлоҡтар тиҙерәк шытһын өсөн мини-парник эффекты бирә. Ялтырауыҡлы материал яҡтылыҡты ғына түгел, билдәле бер дәрәҗәлә йылылыҡты ла һаҡлай. Шуның һөҙөмтәһендә эстә парниктағыға оҡшаш микроклимат барлыҡҡа килә.
Һауа температураһы бүлмәгә ҡарағанда бер аҙ юғарырак була. Орлоҡттар тиҙерәк тишелә, шытымдар берҙәм һәм тигеҙ үҫә. Үҫемлектәр һәр яҡлап яҡтыртыла. Фольга ҡояш нурҙарын кире сагылдырып, үҫемлектәрҙе тирә-яҡлап яҡтырта. Шуға күрә үҫентеләр бер яҡҡа ғына һуҙылмай. Алар тура үҫә, япраҡтары дөрөҫ формалаша, һабаҡтары ҡыҫҡа һәм ныҡ була. Бындай үҫентеләр асыҡ тупраҡҡа күсергәндә яҡшыраҡ тамырлана.
Фото: яһалма интеллект