Февраль аҙағында һәм март дауамында нимәләр сәсергә?24.02.2026

Уңған баҡсасыларҙың тәҙрә төптәрендә тәүге үҫентеләр баш ҡалҡыта башланы. Февраль аҙағында һәм март дауамында ниндәй йәшелсәләрҙе сәсергә кәрәк?

Февраль аҙағында һәм март дауамында нимәләр сәсергә?

Уңған баҡсасыларҙың тәҙрә төптәрендә тәүге үҫентеләр баш ҡалҡыта башланы. Февраль аҙағында һәм март дауамында ниндәй йәшелсәләрҙе сәсергә?

28 февралгә тиклем – борос, баклажан үҫентеләре, шулай уҡ плёнка, быяла теплицаларға сығарыласаҡ бейек, уртаса бейеклектәге томаттар (120-180 см) сәсәбеҙ.

28 февралгә тиклем тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү өсөн ҡыяр сәсеүҙе дауам итәбеҙ, башлы һуғанды йәшниккә ултыртабыҙ.

20 февралдән тәҙрә төбөндә үҫтерер өсөн йәшел тәмләткестәр – укроп, руккола һ.б. ултырта башлайбыҙ.

1-10 март арауығында өҙөп ашау өсөн йәшел һуған сәсәбеҙ, полиэтилен, поликарбонат япмалы теплицалар өсөн томат, борос, баклажан үҫентеләре сәсеүҙе дауам итәбеҙ.

10 – 20 март арауығында асыҡ ерҙә үҫтереү өсөн артыҡ бейек булып үҫмәгән (50-70 см)  помидор сорттарын сәсәбеҙ.

15 – 20 мартта брюссель кәбеҫтәһе орлоҡтарын сәсергә ваҡыт етә.

20 – 25 мартта аҡ күсәнле кәбеҫтәнең иртә сорттарын сәсәбеҙ.

25 – 30 мартта аҡ күсәнле кәбеҫтәнең уртаса һәм һуң өлгөрөүсе сорттарын, шулай уҡ төҫлө, савой, ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтәнең, кольраби һәм брокколи үҫентеләрен сәсәбеҙ.

Сәскән үҫентеләрегеҙ гөрләп үҫеп китһен һәм баҡсағыҙҙа мул уңыш үҫтереп алырға яҙһын!

Азамат Абдрафиҡов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

 



Вернуться назад