Петуния йомортҡа ҡабығы ярата18.02.2026

“Минең петуниялар яҙ аҙағынан беренсе ҡырауҙар төшкәнсә шау сәскәлә ултыра. Бының бер сере бар”,  - ти Зоя Михайлова.

Петуния йомортҡа ҡабығы ярата

Баҡсасы был турала үҙенең сере менән уртаҡлаша.

“Яҙ көнө гөл үҫентеләрен баҡсаға йәки яңы һауытҡа күсереп ултыртҡанса, тупрағына көл йәки йомортҡа ҡабығы өҫтәйем. Ҡабыҡты ныҡ итеп ыуаҡларға кәрәк. Бының өсөн иң уңайлыһы – “кофемолка”.

Ә көл әҙерләү өсөн кесерткән кәрәк. Йәш кесерткәнде күләгәлә ете көн буйы киптерәм. Япраҡтары ыуала башлағас, утҡа бирешмәй торған һауытҡа тултырып, яндырам. Янып бөткәс, көл әҙер тигән һүҙ.

Бер петуния үҫентеһенә сама менән 1 аш ҡалағы йомортҡа ҡабығы һәм 1,5 аш ҡалағы кесерткән көлө кәрәк. Гөлдәрҙе айына бер тапҡыр шулар менән ашлайым. Беренсе тапҡыр – тупраҡҡа ултыртҡанда.

Быны мин күп йылдар ҡулланам. Һеҙгә лә шуны кәңәш итәм”, - ти Зоя Михайлова.

Ә һеҙ петунияны нисек тәрбиәләйһегеҙ? Фекер һәм кәңәштәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙып ебәрегеҙ әле.

Сығанаҡ һәм фото: "1001 кәңәш" төркөмөнән

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 



Вернуться назад