Туңдырғысығыҙҙа ҡара ҡарағат бармы?13.02.2026

Унан тиҙ генә соус эшләргә өйрәтәбеҙ. 

Туңдырғысығыҙҙа ҡара ҡарағат бармы?

Ҡара ҡарағаттан 20 минут эсендә соус яһарға мөмкин. Ул ит ризыҡтары менән бик тәмле була.

Кәрәк буласаҡ: ҡарағат - 200 грамм, ‎онталған имбир - өс семтем,‎ прованс үләндәре - 0,5 балғалаҡ,‎ ‎тоҙ - 0,25 балғалаҡ, ‎шәкәр - ике балғалаҡ,‎ үҫемлек майы - бер балғалаҡ, ‎ҡара борос - ике семтем.

‎Әҙерләү: ‎ҡарағатҡа барлыҡ тәмләткестәрҙе, шәкәрҙе ҡушабыҙ ҙа, бер аҙ һуты сыҡҡас, ҡаҙанға һалып, дүрт-биш минут самаһы ҡайнатып алабыҙ. Шунан блендер ярҙамында иҙергә генә ҡала. Теләгегеҙ булһа, массаны иләк аша ла үткәрергә мөмкин. 20 минут тирәһе һыуытҡандан һуң телеңде йоторлоҡ соус табынға ҡуйырға әҙер.

‎Аштарығыҙ тәмле булһын!

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash... 



Вернуться назад