Илеш районы уңғаны Люция Миңлемөхәмәтованың кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ

Календарь буйынса әле ҡыш айы булһа ла, егәрле баҡсасыларҙың уй-хәстәре күптән инде яҙҙа, баҡсала.
Ғәҙәттә, көҙөн мул итеп үҫтереп алған йәшелсә-емештең ҡайһыһын тоҙлап, ҡайһыһын туңдырып мәж килгән хужабикәләр, киләһе йылда был тиклем күп ултыртмайым, тип туҡран тәүбәһен бирә, әммә көндәр оҙонайып, яҙ һулышы тойола, ҡояш нурҙарын сағыуыраҡ һибә башлау менән тынғыһыҙ баҡсасы күңеле орлоҡтарға, мауыҡтырғыс үҫентеләр донъяһына тартыла.
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Люция Миңлемөхәмәтова ла ошо баҡсасылаҡ эшенән күңеленә йәм, тәм, ҡәнәғәтлек тойғоһо ғына алмай, ә уны килем сығанағы итә белеүсе булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе. Люция Радик ҡыҙы оҙаҡ йылдар һөнәре буйынса район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, район, Үрге Йәркәй ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй.
- Үҙ йортобоҙ менән йәшәгәс, биләмәбеҙ ҙур булғас, йәш саҡтан уҡ сәскә, йәшелсә үҫентеләрен үҫтерә инем. Был мауыҡтырғыс эш үҙенә арбаны, тиһәң дә була, - тип һөйләй ул. – Йылдан-йыл күберәк үҫтерә башлағас, артҡанын һата башланым, ә 2018 йылда эшебеҙҙе рәсмиләштерҙек. Был шөғөл күп энергия һәм ваҡыт талап иткәс, 2023 йылда эштән китергә, үҙемде тулыһынса баҡсасылыҡҡа бағышларға булдым. Ғаиләм минең был ҡарарымды хупланы һәм бергәләп, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Тормош иптәшем Рәсил Адал улы, улдарым Шамил һәм Мансур - минең терәктәрем һәм ярҙамсыларым, һәр эште кәңәшләшеп, бергәләшеп башҡарабыҙ.
Люция Радик ҡыҙы әйтеүенсә, тәүге йылда тәжрибә етеңкерәмәүе үҙенекен итә – үҫентеләрҙең күбеһе һәләк була. Әммә Миңлемөхәмәтовтарҙы был уңышһыҙлыҡ сәмләндерә генә – интернет селтәрендә өҫтәмә мәғлүмәт туплап, башҡа баҡсасыларҙың тәжрибәһен үҙләштереп, үҫентеләрҙе дөрөҫ итеп тәрбиәләргә өйрәнәләр. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең башҡаларға өләшерлек белем-тәжрибәләре тупланған. Люция Миңлемөхәмәтова күпләп помидор, борос, баклажан, ҡыяр, кәбеҫтә, шулай уҡ петуния, астра, бәрхәт, сальвия, лобелия, виола кеүек сәскәләрҙең үҫентеләрен үҫтерә. Йәшелсәләрҙән әлегә борос менән баклажан ултыртылған.
- Әле үк сәскән осраҡта мотлаҡ өҫтәмә яҡтылыҡ кәрәк, юғиһә үҫентеләр нәҙек, оҙон булып үҫәләр, - ти ул. – Көслө үҫентеләр үҫтереү өсөн тәү сиратта орлоҡтарҙы дөрөҫ итеп һайлау мөһим – һыналған интернет-магазиндарҙан сифатлыларын ғына алабыҙ. Шулай уҡ баҡса тупрағын ҡулланыу ҙа дөрөҫ түгел – магазиндан махсус ҡатнашма һатып алабыҙ. Һуңынан, үҫентеләрҙе айырым ултыртҡанда иһә баҡса тупрағын да файҙаланабыҙ - уны магазин ҡатнашмаһы менән 2:1 иҫәбендә бетон бутаусы ҡоролма ярҙамында бутайбыҙ һәм үҫентеләрҙе шунда ултыртабыҙ. Сәскәндән һуң орлоҡтарҙы фунгицид менән эшкәртәм. Артабан иһә полиэтилен менән ҡаплап ҡуям да көн һайын асып елләтеп торам. Кемдер орлоҡтарҙы сыныҡтыра, мин иһә эште улай уҡ ҡатмарлаштырмайым. Ай календарын да күҙәтмәйем. Миңә ҡалһа, үҫентеләр менән эшләгәндә иң мөһиме - яҡшы кәйеф, сөнки һөйөү-наҙҙы үҫентеләр ҙә яҡшы тоя.
“Йәшелсәләрҙең ниндәй сорттарына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?” – тип һорайым уңған баҡсасынан.
- Боростоң “Калифорния мөғжизәһе”, “Бычок”, “Богатырь”, “Золотое чудо”, баклажандың “Алмаз”, томаттың – “Бычье сердце”, “Волгоградский 232”, “Волгоградский 5/95”, “Хурма”, “Розовове сердце”, “Розовый Фламинго”, “Султан” сорттарын яратам, - тип уртаҡлашты ул.
Миңлемөхәмәтовтарҙың алты теплицаһы бар. Март айында әле стеллаждарҙа ултырған үҫентеләр унда урын аласаҡ. Ә апрель айында улар һатыуға сыға башлай. Июнь аҙаҡтарына тиклем Башҡортостан ғына түгел, күрше Татарстан буйлап йөрөп, баҙарҙарҙа, йәрминкәләрҙә сауҙа итә Миңлемөхәмәтовтар. Шулай итеп, йәй урталарында тиерлек миҙгелде тамамлайҙар ҙа, бер-ике айҙан киләһе йылға әҙерлекте башлай Илеш уңғандары – августа ер еләге үҫентеләрен һата башлайҙар, ә сентябрҙә дельфиниум, примула, прострела, аубреция, камнеломка, лаванда, армерия, ҡәнәфер, монарда кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ултырталар. Ихтыяж тәҡдим тыуҙыра тиҙәр – һатып алыусыларҙың һорауы буйынса Миңлөмәхмәтовтар шулай уҡ көҙҙән ҡарағат, ҡурай еләге, рауза, гортензия үҫентеләрен дә һата. Ә инде ноябрь айынд а ботаҡтарынан үрсетеү өсөн “инә” петуния ултырталар. Бына шулай, уңған Миңлемөхәмәтовтарҙа йыл әйләнәһенә эш туҡтамай, тиерлек. Илештәр был уңған ғаилә менән һоҡлана, ә күптәр уларҙан өлгө алып, баҡсасылыҡ эшенә тотона.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.