
Тәҙрә төбөндә нисек ҡыяр үҫтерергә?
Уңған хужабикәләр ҡышын да ғаиләләрен тәбиғи аҙыҡ-түлек менән һыйларға тырыша. Тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереүсе хужабикәләр ҙә бар. Хәйбулла районынан Гөлназ Әликбаеванан был эштең нескәлектәре менән таныштырыуын һораныҡ.
- Тәҙрә төбөндә үҫтереп, уңыш алыу өсөн, тәү сиратта, орлоҡто белеп һайларға кәрәк. Улар үҙенән-үҙе һеркәләнә торған булырға тейеш. “Городской огурчик F1”, “Дамский угодник F1” , “Гармонист F1”, “Подарок F1”, “Балконное чудо F1” - өй шарттарын, тәҙрә төбөн үҙһенә торған сорттар. «Гудвин», «Шанхайский молодец» кеүек оҙонса ҡытай ҡыярҙарын да үҫтереп ҡараған таныштарым бар.
Шулай уҡ мөһим шарттарҙың береһе – ултыртҡан һауыттарҙың ҙур булыуы. Бер төпкә кәмендә 5 литрлы һауыт талап ителә. Бының өсөн пластик шешәләрҙе лә ҡулланырға була. Уларҙың өҫкө өлөшөн киҫеп алаһың, ә аҫҡы яғына тишектәр яһайһың. Мин тупраҡты кибеттән һатып алам һәм уға биогумус, йәғни серетмә, бер аҙ ғына баҡса тупрағы һәм иләнгән көл ҡушам. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан «Эпин» иретмәһендә тотоу яҡшы. Үҫентеләр тишеп сыҡҡансы һауытты пленка менән ҡапларға кәрәк. Буйға үҫмәһен өсөн мыйыҡтарын өҙөп тороғоҙ.
Был йәшелсәне үҫтерергә көньяҡҡа йәки көнсығышҡа ҡарап торған тәҙрәне һайлағыҙ. Көндөҙ етерлек яҡтылыҡ булмаһа, фитолампа ҡуйыу кәрәк. Температураның +22, +24 градус булыуы шарт. Шулай уҡ ҡыяр үҫентеһе үтәләй елде лә яратмай.
Ике-өс япрағы күренгәс, азотлы ашлама менән туҡландырыу талап ителә. Япраҡтары һарғайһа, тимәк, калийлы, фосфорлы ашламалар етмәй. Көн һайын пульверизаторҙан һыу бөркөү мөһим, был төрлө ҡоротҡостарҙан да һаҡлай.
Тәҙрә төбөндә әллә ни уңыш алып булмай, әлбиттә, әммә шулай ҙа был эш мауыҡтырғыс һәм үҙең үҫтергән ҡыярҙы өҙөп ашау бик күңелле, - тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты ул.
Розалия Хисаева фотоһы.