
Ярманы йыуған һыуҙы әрәм итмәгеҙ
Улар - гөл өсөн бынамын тигән ашлама. Тағы ниндәй ябай ғына ашламалар тәҙрә төбөгөҙҙө шау сәскәгә күмәсәк?
Гөлдәр шау сәскәгә күмелеп ултырһын тиһәгеҙ, уларға шәкәрле һыу һибергә мөмкин. Бының өсөн 0,5 стакан һыуға 0,5 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушырға һәм гөл төптәренә һибергә кәрәк. Һыуға алоэ һуты ҡушып та һибергә мөмкин. Бындый ҡушылма барлыҡ гөлдәргә лә тура килә. Бер сәй ҡалағы алоэ һутын бер литр һыуға ҡушып, гөл төптәренә һибергә була.
Гөлдәргә аспирин да файҙалы. Ул үҫемлектәрнең иммунитетын күтәрергә ярҙам итә. Аспиринлы ашламаны былай эшләйҙәр: бер литр һыуға бер төймә аспирин иретеп һалалар һәм гөл төптәренә һибәләр.
Өйҙә аквариумығыҙ булһа, уның һыуы ла гөлдәр өсөн бик шәп ашлама буласаҡ. Бындай һыуҙа гөлдәр өсөн шаҡтай күп файҙалы матдә була. Ҡарабойҙай, дөгө, тары ярмаһын йыуған һыуҙы ла гөлдәр өсөн файҙаланығыҙ.
Сүпрә лә гөлдәр үҫешенә яҡшы тәьҫир итәсәк. Сүпрәле ҡатнашманы былай эшләйҙәр. Бер литр һыуға 10 грамм сүпрә ҡушалар, шунан бер-ике балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәйҙәр һәм ҡушылманы ике сәғәт тоталар. Әҙер иретмәне һыу менән аралаштырып гөлдәргә һибергә кәрәк.
Тағы бер файҙалы ҡатнашманы эшләр өсөн өс литр һыуға марганцовка һалып болғатаһығыҙ (һыу алһыу төҫтә булырға тейеш), шуға өс-биш тамсы йод тамыҙаһығыҙ. Борная кислотаны тәүҙә йылы һыуҙа иретәбеҙ һәм баяғы ҡатнашмаға өҫтәйбеҙ. Тәүҙә бер көн алдан гөлдәргә таҙа һыу һибергә кәрәк. Шунан ошо ҡатнашманы һибәбеҙ.
Гөлдәр Яҡшығолова фотоһы.