
Телде йоторлоҡ кетчуп!
Уны әҙерләгән саҡта төрлө эксперименттар яһарға мөмкин. Мәҫәлән, татлы алма ҡушһаң, “Краснодарский” соусы килеп сыға.
Был кетчупты кем ашап ҡарай, һатылғандан һис айырмай. Хатта күпкә тәмлерәк ти.
Алабыҙ:
3 кг помидор;
0,5 кг алма,
0,25 кг һуған.
Бөтәһен дә турарға һәм һуған йомшарғансы бешерергә. Блендер менән иҙергә һәм кәрәкле ҡуйылыҡҡа тиклем бешерергә (яҡынса 50-60 минут). Бешереп бөтөр алдынан 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 1,5 стакан шәкәр, ҡыҙыл борос, ҡара борос, 50 грамм алма һеркәһе һалырға. Бутап торорға онотмағыҙ, юғиһә көйәсәк. Аҙаҡ банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға.
Был кетчупты яһаған саҡта төрлө эксперименттар яһарға мөмкин. Мәҫәлән, татлы алма ҡушһаң, “Краснодарский” соусы килеп сыға. Шулай уҡ әсе алма ҡушып, тәмен үҙгәртергә була. Бынан тыш, теләгегеҙ булһа, саҡ ҡына һарымһаҡ ҡушырға мөмкин.