"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?"
Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер Зөлфирә Таһированан ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Баҡсаларығыҙҙа ҡыярҙарығыҙ тәгәрәшеп ятамы? Уларҙы ни эшләтергә белмәһәгеҙ, Зөлфирә Таһирова өйрәткәнсә тоҙлап ҡарағыҙ әле.
"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы? Минең дә көндәр шулай үтә. Ҡыярҙар ярышҡа сыҡҡан кеүек ай үҫәһен көн үҫә.
Быйыл Миңзифа бикәмем бер рецепт өйрәткәйне, еп-еңел генә, тиҙ генә, үҙе еңелсә тоҙланған була, тип. Шуның буйынса тоҙланым ҡыярҙарҙы. Ике банкаһын асып ашаныҡ инде. Балаларға ла, үҙебеҙгә лә оҡшаны.
Кемгә нисек инде, һәр кем үҙе өйрәнгәне буйынса эшләй. Былай мин ялҡауға килеште. Бер сәғәт эсендә һигеҙ-туғыҙ банка тоҙлай ҙа ҡуяһың. Уның араһына кишер, помидор, ҡабаҡ та тыҡҡысланым. Матус ҡына булдылар!
Хәҙер һеҙгә лә яҙам, ҡыш көнө тик ятҡансы тоҙло ҡыяр сәйнәп ятырбыҙ. Ул яп-ялтыр көйө генә һаҡлана, буҙармай ҙа, ағармай ҙа, атылмай ҙа.
Ҡыярҙарҙы матур итеп йыуып, ике яҡ осон ҡырҡып, 1-2 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торабыҙ. Шунан табаҡҡа йәки кәстрүлгә, ҡайҙа һеҙгә уңайлы, ике-өс шешә 9 процентлы уксус ҡоябыҙ. Шуны плитәгә ултыртабыҙ, йылымыс булғас, ҡыярҙарҙы шунда һалабыҙ. Әйләндереп-әйләндереп торабыҙ, төҫтәре үҙгәргәнсе генә һалабыҙ ҙа кире алабыҙ.
Стерилләнгән банка төбөнә укроп, һарымһаҡ һалабыҙ (мөмкин ҡарағат япраҡтары, нимә яратаһығыҙ шуны һалырға) һәм ҡыярҙарҙы тултырабыҙ. Һыймаһа, ҡырҡҡылап мөмкин һалырға. Әгәр помидор, кишер, ҡабаҡ һалабыҙ тиһәгеҙ, шулай уҡ саҡ ҡына уксуста тотоп алырға кәрәк.
Банка ҡыяр менән тулғас, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа өҫтөнә таҙа ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм бөттө! Стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Был сама өс литрлы банкаларға иҫәпләнгән. Литр ярымлыҡ банкаға 1 сәй ҡалағы өймәләм тоҙ, 2 сәй ҡалағы өймәләм шәкәр һалдым.
Ә теге табаҡтағы уксусты кире һауыттарына ҡойоп алабыҙ, артабан ҡулланырға мөмкин. Мин шулай эшләнем. Оҡшаны. Мыртылдап ҡына тора, еңелсә тоҙланған ғына. Имен-һау ашарға насип булһын, ризыҡҡа яҙһын!"- тип яҙған Зөлфирә Таһирова.
Ә һеҙ ҡыярҙы нисек тоҙлайһығыҙ?
Фото һәм сығанаҡ: Зөлфирә Таһирова.