Һалҡын аджика рецепты (бешермәйбеҙ!)
Инде өсөнсө йыл әҙерләйем һәм һәр ваҡыт аҙ. Беренсе йылын 10 килограмдан эшләгәйнем. Етмәне. Былтыр 20 килограмға яҡындан эшләнем, барыбер аҙ.
Инде өсөнсө йыл әҙерләйем һәм һәр ваҡыт аҙ. Беренсе йылын 10 килограмдан эшләгәйнем. Етмәне. Былтыр 20 килограмға яҡындан эшләнем, барыбер аҙ.
Помидорҙарым ныҡ күп һәм уларҙан нәмә эшләргә белмәйем тигәс, танышым ошо рецептты биргәйне.
Шулай итеп, кәрәк:
10 кг помидор,
2 кг татлы болгар боросо,
2 кг әсе борос,
2 кг һарымһаҡ,
Тоҙ тәме менән,
10 аспирин таблеткаһы,
Йәшелсә укроп, петрушка.
Помидор, борос, һарымһаҡты ит ҡырҡҡыс аша үткәрергә. Тоҙ, йәшелсә, ваҡланған аспирин өҫтәргә. Бөтәһен бергә ҡушып бутарға. Эмалле кәстрүлдә бер тәүлеккә ҡалдырырға, ваҡыт-ваҡыты болғап торорға.
Банкаларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға.
Был аджиканы әҙерләгән көндән үк ашай башлайҙар. Икмәк менән айырым ризыҡ кеүек тә ашарға була, былау-фәләнгә өҫтәргә лә тәмле.
Иғтибар! Мин рецептҡа ҡарамай, борос һәм һарымһаҡты кәметәм. 1 килограмдан саҡ ҡына кәмерәк һарымһаҡ һәм борос алам. Кем ныҡ әсене ярата, рәхим итеп төп нөсхәләге рецепт буйынса эшләп ҡарағыҙ.