Һуғанды нисек һаҡларға?24.08.2025
Һуғанды нисек һаҡларға?

Һуғанды нисек һаҡларға?

Рузалия апай һыналған алымы менән уртаҡлашты.
 

Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина һуған уңышын йыйып һаҡлауға һалып ҡуйған. Йыл һайын ул һуғандан мул уңыш үҫтерә. Быйыл үткән йылдағынан бер аҙ ҡайтыш булһа ла, зарланырлыҡ түгел, ти ул.


-Һуғандың һабаҡтары һарғайып кибә башлағас, йолҡоп күләгә урынға, ышыҡҡа киптерергә һалдыҡ. Һабаҡтары тулыһынса кипкәс, бер өлөшөн үреп элеп ҡуйҙым, бер өлөшөн ҡатырға ҡаптарға һалдым. Ошо рәүешле һуғаным йыл һайын яҡшы һаҡлана, - ти уңған ханым.


Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.



Вернуться назад