Аджика эшләнегеҙме әле?
Дилбәр Хәмитованан еңел, ябай, тиҙ һәм иң мөһиме тәмле рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Хужабикәләрҙең ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар эшләгән сағы. Был юлы Дилбәр Хәмитова аджика эшләү сере менән уртаҡлаша.
"Еңел, ябай, тиҙ һәм иң мөһиме тәмле... Аш-һыу рецепттарын эҙләгәндә тап ошоларға таянып эш итәм. Был аджика менән мауығып китеүемә өсөнсө миҙгел китте.
Хыянат итмәҫмен төҫлө.
3 кг помидорҙы ит тартҡыстан үткәреп, уға 1-әр стакан көнбағыш майы, шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ һалып талғын утта бер сәғәт бешерәһең. Шунан ошо массаға 8 татлы борос, 4 әсе борос, 2-3 баш һарымһаҡ (уларҙы ла ит тартҡыстан) ҡушып тағы ла 15 минут талғын ғына ҡайнатып сығараһың да стерилле банкаларға тултырып ябаһың. Банкаларҙы мин тәүҙә сода менән йыуам, унан аш һеркәһе менән сайҡатып алам (уны яңы асылған кәңәштәр төркөмөндә өйрәткәйнеләр). Бер порциянан 7 банка 0,7 мл сыға. Тәме тәүҙә татлы, аҙаҡ әскелтем генә булып китә. Икмәккә һөртөп тә, ит, картуфҡа ҡушып та, ашҡа һалып та ашарға мөмкин. Аджика шул тиклем тәмле, беҙҙең ғаиләнең иң яратҡаны ул - кәмендә 30 банка эшләйбеҙ", - тип яҙған Дилбәр Хәмитова.
Ә һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй рецепттарығыҙ менән уртаҡлашыр инегеҙ?
Сығанаҡ: Дилбәр Хәмитова.