Помидор киптереп ҡарағыҙ!22.08.2025
Помидор киптереп ҡарағыҙ!

Помидор киптереп ҡарағыҙ!

Уңған хужабикәләр үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙән ҡышҡылыҡҡа нимәләр генә әҙерләмәй?! Хатта помидорҙы ла киптерәләр. Был хаҡта беҙгә гәзитебеҙҙең дуҫтарының береһе, Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина хәбәр итә.

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән:


"Һуңғы осорҙа “Нимә менән булаһың?” – тип һораусыларға биргән яуабым барыһын да аптырауға һала.
- Помидор киптерәм.
- Уны ниңә киптереп ыҙаларға? Тура ла туңдыр ҙа ҡуй, - тиҙәр.

Их, былар белмәй икән кипкән помидорҙың ниндәй тәмле деликатес булыуын тип уйлап ҡуям. Улай тиһәң, үҙем дә былтыр ғына Интернет ағай аша белеп ҡалдым ул. Унда "вяленый помидор” тип яҙып эҙләргә кәрәк.

Сушилкам булмағас, былтыр помидорҙы микроволновкала киптерҙем. Улай тиҙерәк, әммә сифаты ҡайтышыраҡ булды. Минең яңы мауығыуҙы белеп, балалар юбилейыма сушилка бүләк иттеләр. Шуға быйыл маз булам. Әйткәндәй, духовкала киптерһәң дә насар түгел. Помидорҙың итлеһен, слива рәүешендәгеһен алыу яҡшы, һыулыһын киптереүе оҙаҡ, 6-8 сәғәт ваҡыт китә. Шул уҡ ысул менән вяленый перец менән вяленая слива ла эшләп ҡараным. Помидоры рис, перловка, макарон менән бигерәк тә тәмле, ит тә кәрәкмәй хатта, шулай уҡ пиццаға ла һалам, бутерброд эшләйем, ә сливаны ҡара емеш урынына сөгөлдәр салатына ҡушам.

Был деликатес һарымһыҡ ҡушып эшләнгәс, һыуыҡ тейгәндә бигерәк тә шәп. Үҙемдең боҙолмаҫлыҡ итеп эшләй алыуыма шикләнәм, шуға банкаларымды туңдырғысҡа ҡуям: кипкән помидорҙар май эсендә ятҡас, барыбер туңмайҙар (зато ышаныслы).

Һеҙҙең вяленый помидор эшләгәнегеҙ бармы? Нисек итеп? Ҡайһылай һаҡлайһығыҙ? Бәлки, серҙәрегеҙ менән бүлешерһегеҙ?"


Фото: Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.



Вернуться назад