Неля ханым йортонда хатта лимон үҫтерә19.08.2025
Неля ханым йортонда хатта лимон үҫтерә

Неля ханым йортонда хатта лимон үҫтерә

Ҙур хужалыҡты етәкләгән ҡатын барыһына өлгөрә.  
 

Илеш районына эш сәфәребеҙ барышында Базытамаҡ ауылынан донъяларын гөл баҡсаһы итеп тотҡан Неля һәм Камил Әхмәтовтар йортон күреп сыҡтыҡ. Матурлыҡ ишек төбөнән башлана һәм ул бөтә ерҙә лә сағыла.


Йәшләй генә икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлап, тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә улар. Хеҙмәттәренән йәм табып, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшеп йәшәй беләләр. Хәҙер бергә ғүмер итеүҙәренә лә 32 йыл булған. Бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирһәләр, улар ҙа хәҙер ғаиләле, Өфөлә донъя көтәләр.


Неля ханымдың иңендә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Ул XXII партсъезд исмендәге ауыл хужалығы кооперативының етәксеһе. Ҙур хужалыҡҡа идара итеү – үҙе ҙур яуаплылыҡ.  Йәйге ураҡ осоро бигерәк тә тынғыһыҙ мәл.


Эштә  арыным, тигән зарланыу һүҙен ишетмәҫһең был ҡатындан. Үҙ йортоноң ихатаһы, баҡсаһы ла тирә-яҡҡа йәм сәсеп ултыра. Сәскәләрҙең, аҡастарҙың ниндәйен генә күрмәҫһең? Өй тирәләй туя ағастары урын алған, каштан да үҙенсә йәм биреп ултыра. Тут ағасы (шелковица) ерегеп үҫеп киткән. Сәскәләрҙән хужабикә гортензия, роза, петунияны айырыуса ныҡ ярата, шуға баҡсаһының күп өлөшөн улар биләй. Помидорҙарҙың алты сортын ултыртҡан, барыһы ла мул уңыш биргән. Емеш ағастарының да иҫәбе юҡ.


–Февралдә рассадалар ултырта башлайым. Һуңынан үҫентеләрҙе теплицаға күсерәм. Баҡса эше күңелгә илһам бирә. Матурлыҡ тыуҙырыу күңелемә оҡшай. Үҙемдең йортомда ғына түгел, башҡаларға ла ошо шөғөлдө һеңдерәһе, таратаһы  килә. Баҡса оҫталары менән орлоҡтар, үҫентеләр менән уртаҡлашабыҙ, – тип һөйләне ул.  


Әхмәтовтарҙың йортоноң эсе лә гөл-сәскә менән тулы. Хатта лимон үҫтереп, уның емешен алыуға өлгәшкән уңған ханым.


–Сәскә атҡан ваҡытында тирә-яҡҡа тәмле еҫтәрен тарата. Быйыл лимон ҡыуағы алты емеш бирҙе, – ти.


Бер үҙең генә барыһына өлгәшеү мөмкин дә түгелдер. Неля ханымдың был шөғөлөн  тормош иптәше лә  хуплай. Ҡайҙалыр ят, ҡыҙыҡлы үҫентеләр күреп ҡалһа, уларҙы алып ҡайта, бергәләп ултырталар, һынап ҡарайҙар, үҫеп китеүенә һөйөнәләр. Ошо рәүешле Әхмәтовтарҙың донъяларының ҡото тағы ла арта, күркәмләнә бара.


Автор фотолары.


Илеш районы.


 


 



Вернуться назад