Ныҡ тәмле!
Грушалар уңды быйыл. Унан лимон сиробындағы грушалар әҙерләйек.
Быйыл баҡса грушаһы ла ныҡ уңды. Уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ысулы – лимон сиробындағы грушалар тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк:
Груша – 1 кг
Лимон – 3 дана.
Шәкәр – 500 г
Ваниль шәкәре – 2 аш ҡалағы
Һыу – 0,5 л
Грушаны ентекләп йыуырға, стерилләнгән банкаларға һалырға. Лимондарҙы йыуырға, һутын һығырға. Шәкәр менән эҫе сироп әҙерләргә, уға лимон һуты өҫтәргә. Биш минут ҡайнатырға. Грушаны сироп менән тултырырға. 0,5 литрлыҡ банкаларҙы 10 минут, 1 литрлыҡтарын 15 минут стерилләгеҙ. Тимер ҡапҡас менән ябырға, баш түбән әйләндереп, йылыға уратып, тулыһынса һыуынғансы ҡалдырырға.
Ныҡ тәмле килеп сыға тиҙәр, әйҙәгеҙ эшләп ҡарайыҡ!