Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр
Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып эре ҡырғыстан сығарабыҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан сығарылған һуған ҡушырға.
Кәтлиттәрҙе яһау өсөн ҙур булмаған 2 ташҡабаҡ, бер һуған, ике йомортҡа, 100-150 гр сыр, 4 аш ҡалағы он, йәшел үләндәр, 1 тырнаҡ һарымһаҡ, ҡара борос, тоҙ, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк була.
Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып эре ҡырғыстан сығарабыҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан сығарылған һуған ҡушырға.
Йәшелсәләргә ҡырғыстан үткәрелгән сыр, ваҡ итеп туралған петрушка, бик ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалып бутайбыҙ. Тоҙ, борос, он һалып “ҡамыр” яһайбыҙ. Ул шыйыҡ булырға тейеш түгел. Шуға күрә ондо күберәк һалырға ла мөмкин.
Кәтлиттәрҙе ҡалаҡ менән һалып, яҡшы ҡыҙҙырылған майҙа бешерәбеҙ. Бик тәмле килеп сыға.
Фото: “Тәмле кәңәштәр” төркөмөнән