Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә...14.08.2025
Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә...

Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә...

Шатланырға ла өлгөрмәнек, күршенең кәзәләре инеп, түтәлдәрҙе эшлектән сығарған. Ул ғына етмәгәйне, бер нисә көндән ҡырау һуҡты...

“Еләк татлы булһа ла, хеҙмәте әсе уның. Мәшәҡәте етерлек. Плантацияларҙа уңыш йыйылған, быйылғаэш тамамланған төҫлө тойолһала, киләһе йылға йәй аҙағында уҡ әҙерләнә башлайһың”, – тип ҡаршы алды беҙҙе эшҡыуар Дмитрий Анатольевич  Слепнев.


 Ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, бер нисә ҡатын-ҡыҙ торф һалынған кассеталарға еләк үҫентеләрен ултырта. Тамырҙары ныҡ булһа, улар, йәһәт көс алып, яҡшы үҫеп китәсәк, киләһе уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына, ти еләк үҫтереүселәр.


Дмитрий Анатольевичтың әйтеүенсә, баҡса еләге үҫентеләрен кассеталарҙа  үҫтереү баҡсасылар араһында киң танылыу алған. Был осраҡта һәр үҫенте шәхси ояһында үҫешә, һөҙөмтәлә йәш еләк үҫентеләре тиҙерәк ерегеп китә, тамыр системаһы нығыраҡ була “Был ысул һәр үҫентегә яҡшы шарттар тыуҙыра, ерегеү 98 процент тәшкил итә. Тәүге йылда уҡ һәйбәт уңыш алыуығыҙ мөмкин”, – ти баҡсасы.


Эшҡыуар беҙгә автоматлаштырылған һуғарыу системаһының нисек эшләүен күрһәтте. Заманса технологиялар үҫенте сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек тыуҙырған. Тәүлегенә ике сәғәт һайын утыҙ секунд ҡына эшләтеп алалар.  Махсус ҡорамал – фоггер – һыуҙы томанға әүерелдерә, теплицала һауа дымлылығын билдәләнгән кимәлдә тоторға ярҙам итә.


Дмитрий Анатольевич уҡытыусы профессияһын эшҡыуарлыҡҡа нисек алыштырырға баҙнат итеүен һөйләне. Хатта таксист булып эшләргә тура килгән. Һөнәрен алмаштырыуҙа  ҡатыны Елена Антошинаның да йоғонтоһо ҙур булған.


 – Беҙ аҡрынлап ерҙә эшләүҙең ғаиләбеҙ өсөн файҙалы, ныҡлы терәк булыу мөмкинлеген аңланыҡ. 2013 йылда шәхси йорт эргәһендәге биләмәлә түтәлдәр яһап, еләктең “фестиваль” сортын ултырттыҡ. Оҙаҡламай беҙгә яңы ҙурыраҡ биләмә кәрәклеген тойҙоҡ. Эҙләй торғас, Ауырғазы районында иҫке генә йорто булған, үлән баҫҡан ер участкаһын алырға булдыҡ, – тип һүҙгә ҡушылды хужабикә. – 2015 йылда егерме сутый ерҙә еләклек булдырылды. Шатланырға ла өлгөрмәнек, күршенең кәзәләре инеп, түтәлдәрҙе эшлектән сығарған. Ул ғына етмәгәйне, бер нисә көндән ҡырау һуҡты. Шулай итеп, яңынан үҫентеләр ултыртырға тура килде. Ҡаршылыҡтар беҙҙе һындырманы, киреһенсә, Дмитрий менән кәңәшләшеп, артабан эште нисек дауам итеү тураһында уйлаша башланыҡ. Беҙгә эшҡыуарлыҡты йәйелдереү өсөн тынысыраҡ урында ҙурыраҡ биләмә кәрәклеген аңланыҡ һәм был мәсьәләне ыңғай хәл иттек. Краснояр ауыл советының Танеевка ауылы эргәһендә бер кешенән 32 гектар ер һатып алдыҡ, алтынсы йыл инде ошо  биләмәлә еләк-емеш үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ.


Улар хәҙер баҡса еләгенең көйһөҙлөктәрен дә, наҙлы яҡтарын да яҡшы белә. Дым күп йыйылған, грунт һыуҙары яҡын булған урынды еләк үҙһенмәй.Текәрәк битләүҙәр ҙә плантация өсөн ҡулайлы түгел, баҡһаң, ҡар һыуҙары тупраҡты йыуып, үҫемлек тамырҙарын яланғасландыра икән. “Бай уңыш алырға уйлаһаң, һәр үҫентене дөрөҫ тәрбиәләргә, ваҡытында һыу һибергә, ерҙе йомшартырға һәм сүп үләндәренән арындырырға кәрәк. Барыһы ла ябай ғына күренһә лә, ғәмәлдә эш ҡатмарлыраҡ. Йылдың һигеҙ айында баш күтәрмәй эшләйһең дә эшләйһең. Иртәнге сәғәт дүрттә тороп, еләк плантациялары буйлап сығып китәһең дә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инәһең. Биләмәлә йәшәү өсөн уңайлыҡтар булған йортобоҙ бар. Ауыл кешеләре, ялға ҡайтҡан кешеләр ярҙамға килә, уларға эш хаҡы түләйбеҙ. Еләк ултыртыу өсөн ерҙе алдан әҙерләргә, дөрөҫ планлаштырырға кәрәк. Ҡышын  мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынып тораһың, бары телефон аша һөйләшеүҙәр алып бараһың, белешәһең, уҡыйһың, өйрәнәһең...“ – ти эшҡыуар Елена.


Еләк үҫтереүселәр хеҙмәттәренең емешен татый башлаған инде. Японияла етештерелгән трактор уларҙың алыштырғыһыҙ “уң ҡулы”, теплица, кәрәкле эш ҡоралдары етерлек. Иң мөһиме, уларҙың ерҙә ең һыҙғанып эшләргә теләге ҙур. Ете һәм туғыҙ йәшлек улдары ла ата-әсәһенең тырышлығын күреп, йәй буйы тәбиғәт ҡосағында, хеҙмәттә ҡайнап үҫә.


Плантацияла ҡурай еләгенең Патриция, Дельбар Монефик сорттары үҫә, яңыраҡ 150 ҡыуаҡ ҡара бөрлөгән ултыртылған. Эшҡыуарҙар һәр үҫемлектең сорттары, үҙенсәлектәре, көслө яҡтары һәм “йомшаҡлыҡтары” хаҡында хәбәрҙар. “Мәҫәлән, ҡура еләгенең  “Патриция” сорты иртә өлгөрөүе, юғары уңышлы һәи эре емешле булыуы менән беҙгә оҡшай. Һыуыҡҡа бирешмәй. Ә “Дельбар” ҙур һынауҙар, тикшереүҙәр үткән, беҙҙәге климат шарттарына яраҡлаштырылған, бик йомарт, уңышлы сорт. Өҫтәүенә сәнескеләре аҙ, еләк йыйғанда ҡамасауламай. Беҙ еләк миҙгелен оҙайтыу өсөн һуң өлгөрә торған сорттарҙы ла ултыртабыҙ. Мәҫәлән, баҡса еләгенең “Летиция” сорты ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Уға әллә ни ҙур тәрбиә лә кәрәкмәй, яҡшы уңыш бирә. Беҙ был алланып янып торған еләкте “баҡсаның биҙәге” тип йөрөтәбеҙ” ,– тип үҙҙәренең хеҙмәт емештәре хаҡында мауығып һөйләне эшҡыуарҙар.


Стәрлетамаҡ районы.


Резеда Шәңгәрәева фотоһы.


Баҡса еләгенең көйһөҙлөктәрен дә, наҙлы яҡтарын да хәҙер Елена яҡшы белә.


 



Вернуться назад