15 йыл ошо рецепт буйынса ҡыяр тоҙлай14.08.2025
15 йыл ошо рецепт буйынса ҡыяр тоҙлай

15 йыл ошо рецепт буйынса ҡыяр тоҙлай

“Ныҡ еңел ысул. Һыу ҡайнатып, банкаларға бер ҡойоп, бер кире түгеп, тағы ҡайнатып ыҙаларға түгел”, – ти хужабикә. 

Ләйсән исемле танышым ошо рецепт менән уртаҡлашты.


“15 йыл самаһы ошо рецепт буйынса ҡыяр маринадлайым. Һыу ҡайнатып, банкаларға бер ҡойоп, бер кире түгеп, тағы ҡайнатып ыҙаларға түгел.


Шулай итеп, 6 килограмм ҡыяр (ныҡ эреләре бармай), 3 литр һыуыҡ һыу, 300-400 грамм самаһы аш һеркәһе, 15 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 5 аш ҡалағы тоҙ, һарымһаҡ, борсаҡлы борос, ҡарағат, сейә япрағы, орлоҡланған укроп кәрәк. Ҡыярҙарҙы төнгөлөккә һыуыҡ һыуҙа ҡалдырам.


Таҙа итеп йыуылған 1,5 литрлы алты банка алам. Банка төбөнә тәмләткестәрҙе һалып, ҡыярҙарҙы тултырам һәм һыуыҡ маринад ҡоям.


Маринад былай әҙерләнә: һыуыҡ һыуға тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе ҡушыла.


Банкаларға ҡапҡас ҡаплап, духовканың селтәренә теҙәм, ә аҫтына һыуыҡ һыу ҡойолған противенде ултыртам. Мейесте 7 минутҡа ҡыҙыу режимда тоҡандырабыҙ. Артабан градусын кәметеп, тағы 20-25 минут самаһы тотабыҙ. Ҡыярҙың төҫө үҙгәрһә, ҡапҡастарҙы нығытып ябабыҙ.


Магазинда һатылған корнишондар кеүек тәмле була, кетерләп кенә тора. Бик яҡшы һаҡлана”.


Фото: fotobank02.ru



Вернуться назад