Ҡыярҙы ҡышҡылыҡҡа томат һыуында әҙерләһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ була!13.08.2025
Ҡыярҙы ҡышҡылыҡҡа томат һыуында әҙерләһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ була!

Ҡыярҙы ҡышҡылыҡҡа томат һыуында әҙерләһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ була!

Был рецепт менән ябылған ҡыярҙы барыһы ла бик оҡшата һәм яратып ашай.

1,5-1,6 литр һыуға 250 грамм томат пастаһы ("Кухмастер"ҙыҡы менән тәмлерәк), 180 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ һалып, иреп  бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ 150 миллилитр 9% уксус һалып, банкалағы ҡыярҙар өҫтөнә ҡоябыҙ. Әлеге маринад 1 литрлы 4 банкаға етә.


Баҡсалағы ҡыярҙарҙы телемләп киҫергә, укроп, һарымһаҡ, йомро борос һалып, алдан әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ҡыяр өҫтөнә маринадты ҡойғас, 10 минут һыулы кәстрүлдә (водяной баня) ҡайнатып алабыҙ, йәғни банкаларҙы стерилләйбеҙ. Аҙаҡ ҡапҡастарын ябып, бер аҙға түңкәреп ҡуябыҙ.


Ҡыш көнө бындай ҡыярҙарҙы барыһы ла яратып ашаясаҡ.


Фото: "Иң шәп рецепттар".



Вернуться назад